Барыһы ла Еңеү өсөн
17 Сентября , 09:00

Дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте

Республиканың баш ҡалаһында МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының беренсе ағымын тамамлаусыларға дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте.

Дипломдар тапшырыу тантанаһы үттеДипломдар тапшырыу тантанаһы үтте
Дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, МХО ветерандарын уҡыуҙы уңышлы тамамлауҙары менән ҡотлап, программаның президент Владимир Владимирович Путин башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған «Геройҙар дәүере» федераль проектының дауамы булыуын хәтергә төшөрҙө.

«Һуғышта һеҙ ауыр һынауҙар аша үттегеҙ, ҡулдарығыҙға ҡорал алып, Ватанды һаҡланығыҙ. Хәҙер тыныс тормошта республика именлегенә үҙ тәжрибәгеҙҙе, ихтыяр көсөгөҙҙө һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу һәләтегеҙҙе йүнәлтергә кәрәк», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Фәрит улы.

Бер йылдан ашыу яугирҙар идара итеүҙең заманса нигеҙҙәрен һәм технологияларын, командала үҙ-ара эш итеүҙе өйрәнде, артабан дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында, ойошмаларҙа һәм предприятиеларҙа эшләү өсөн остаздар етәкселегендә стажировка үтте.

Кадрҙар программаһын тәүге тамамлаусылар араһында – Бәләбәй районынан МХО-ла ҡатнашыусыһы Александр Нестеренко.

Яҡташыбыҙ республика башлығы ҡулынан дипломды айырыуса тулҡынланып ҡабул итте.

- «Башҡортостан геройҙары» программаһы миңә бик көслө үҫеш импульсы бирҙе. Иң мөһиме - дәүләт процестарының, иҡтисадтың һәм заманса идара итеү системаһының нисек ҡоролоуын аңлау.

Алғы һыҙыҡта беҙ киҫкен хәлдәрҙә тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итергә, яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға һәм командала эшләргә өйрәндек.

Башҡортостан Хөкүмәтенең тәжрибәле остаздары етәкселегендә стажировка үтеү уҡытыуҙың ҙур плюсы булды. Хәҙер бөтә энергияны муниципалитеттарыбыҙҙы үҫтереүгә, яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүгә һәм кешеләрҙең көндәлек проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтергә теләйем. Әйткәндәй, күп кенә иптәштәребеҙ-сығарылыш уҡыусылары был эшкә әүҙем ҡушылды һәм БР министрлыҡтарында һәм ведомстволарында вазифа биләй.

Әлеге ваҡытта мин Бәләбәй ҡалаһы һәм районы буйынса МХО ветерандар ассоциацияһы рәйесе һәм МР хакимиәте башлығы А.А. Сәхәбиевтың кәңәшсеһе булып торам, - тип «БИ» менән уртаҡлашты Александр Нестеренко.

Уның өлгөһөнә башҡа бәләбәйҙәр ҙә ҡушылыр, тип ышанабыҙ, сөнки «Башҡортостан геройҙары» программаһы буйынса белем алыу – ҙур бәхет.

 

Фотолар А. Нестеренконан

 

Дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте
Дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте
Дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте
Дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас