Барыһы ла Еңеү өсөн
25 Сентября , 05:00

Алексей Беловтың хәрби тәжрибәһе офицер-танкистар әҙерләүгә хеҙмәт итәсәк

«БИ» редакцияһы МХО-ла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән даими рәүештә бәйләнештә тора. Уларҙың береһе - подполковник Андрей Белов, штаб начальнигы – 51-се Дөйөм Ғәскәр Армияһының 114-се Айырым Гвардия мотоуҡсылар бригадаһының 88-се айырым уҡсылар полкы командирының беренсе урынбаҫары.

Добавить в предпочтительные источники Google
Алексей Беловтың хәрби тәжрибәһе офицер-танкистар әҙерләүгә хеҙмәт итәсәкАлексей Беловтың хәрби тәжрибәһе офицер-танкистар әҙерләүгә хеҙмәт итәсәк
Алексей Беловтың хәрби тәжрибәһе офицер-танкистар әҙерләүгә хеҙмәт итәсәк

Андрей Юрьевич үҙенең хәрби подразделениеһындағы яҡташтары -  бәләбәйҙәрҙең хәрби уңыштары тураһында даими хәбәр итә.

Был юлы ул үҙенең бер туған ағаһы полковник Алексей Юрьевич Беловтың РФ оборона министры бойороғо менән Көньяҡ хәрби округының 3-сө гвардия дөйөм ғәскәр армияһының 6-сы гвардия айырым мотоуҡсылар бригадаһы командиры урынбаҫары (хәрби хәрәкәттәрҙе ойоштороу буйынса) вазифаһынан бушатылыуы һәм шәхси рапорты нигеҙендә Силәбе юғары танк команда училищеһы тактика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр итте.

Алексей Беловтың Авдеевка, Марьинка, Северскты азат итеүҙә әүҙем ҡатнашҡанын гәзит уҡыусыларыбыҙҙың иҫенә төшөрәйек. Йәки, хәрби телдә әйткәндә, «алған»! Ул күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ» ордены һәм башҡа күп кенә дәүләт һәм хәрби наградалар менән бүләкләнгән. Тиҙҙән бай тәжрибәле хәрби офицер офицер кадрҙарын әҙерләүгә тотона. Уға ошо ҡатмарлы эштә лә уңыштар теләйбеҙ!

Әйткәндәй, подполковник Андрей Белов Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән ошо көндәрҙә ҡылыстар менән III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн»  орден миҙалы менән бүләкләнде. Шулай уҡ уға ҡылыстар менән III дәрәжә «Донецк Халыҡ Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы тапшырылған. Кесе лейтенант Никита Белов үптән түгел Суворов миҙалы менән бүләкләнгән.

Бер үк ваҡытта тиерлек башҡорт яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың «Мин алыштан тере сыҡтым...» китабы донъя күрҙе, уның бер бүлеге яҡташыбыҙ Андрей Юрьевич Беловҡа арналған. Унда уның Запорожье йүнәлешендә комбат булып башлаған осоро һүрәтләнә.

Яугир Беловтар МХО барышында үҙҙәрен ҡыйыу хәрби командирҙар итеп танытты һәм беҙҙең Бәләбәйҙе данланы.

Фотолар А. Беловтан һәм редакция архивынан

 

 

Алексей Беловтың хәрби тәжрибәһе офицер-танкистар әҙерләүгә хеҙмәт итәсәк
Алексей Беловтың хәрби тәжрибәһе офицер-танкистар әҙерләүгә хеҙмәт итәсәк
Алексей Беловтың хәрби тәжрибәһе офицер-танкистар әҙерләүгә хеҙмәт итәсәк
Алексей Беловтың хәрби тәжрибәһе офицер-танкистар әҙерләүгә хеҙмәт итәсәк
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас