Барыһы ла Еңеү өсөн
1 Октября , 08:00

Үҙебеҙҙекеләр өсөн сәй

Ермолкин ауыл китапханаһында «Сельчанка» клубы ҡатнашыусылары «Бергәләп беҙ – көс» акцияһы үткәргән. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр өсөн пакеттарҙа үлән сәйе әҙерләгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙебеҙҙекеләр өсөн сәйҮҙебеҙҙекеләр өсөн сәй
Үҙебеҙҙекеләр өсөн сәй

Китапханасы Сания Наил ҡыҙы Архипова тыуған болондарҙан йыйылған хуш еҫле үләндәрҙең шифалы үҙенсәлектәре хаҡында йыйылғандарҙың иҫтәренә төшөргән һәм уларҙы дөрөҫ ҡушыу хаҡында һөйләгән. «Бындай йыйылманан яңы ҡайнатылған үлән эсемлеге йылындыра ғына түгел, һаулыҡты ла нығыта», – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Сания Наил ҡыҙы.

– Яратып йыйылған һәр сәй пакеты – йылылыҡ һәм ярҙам өлөшсәһе ул. Был хуш еҫле күстәнәстәр егеттәребеҙгә тыуған йорттарын иҫтәренә төшөрөр, тип ышанабыҙ, – тип уртаҡлашты акцияла ҡатнашыусылар.

Ермолкин китапханаһы фотолары

Үҙебеҙҙекеләр өсөн сәй
Үҙебеҙҙекеләр өсөн сәй
Үҙебеҙҙекеләр өсөн сәй
Үҙебеҙҙекеләр өсөн сәй
Үҙебеҙҙекеләр өсөн сәй
Автор:Светлана Прокофьева әҙерләне
Читайте нас