

Сентябрь аҙағында «Гранекс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре һәйкәл каркасына мәрмәр плитәләр ҡуйҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны төҙөү – Бәләбәй районы ветерандары советы башланғысы. МР хакимиәте, халыҡ, йәмәғәт хәрби берекмәләре, предприятиеларҙың, ойошмаларҙың хеҙмәт коллективтары, эшҡыуарҙар, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәм башҡалар ярҙамында кәрәкле аҡса йыйылды.
Ватанды һаҡлаусылар тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәргә тейеш, һәм бөтә ил менән төҙөлгән һәйкәл быға дәлил булып тора.
Хәҙер подряд ойошмаһы һуңғы эштәрҙе башҡара.
Рәсми асыу тураһында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.
Елена Петрова фотолары