

Бәләбәй районы ветерандар советының һәм «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Бәләбәй» төркөмө келәттәренә битараф булмаған халыҡ ҡоро һурпалар әҙерләү өсөн йәшелсәләр алып килә, улар беҙҙең яугирҙарға алғы һыҙыҡта ныҡ ярҙам итә.
Йәрмәкәй районы Әбделкәрим ауылы халҡы бөтә ауыл менән картуф, сөгөлдөр, кишер, һуған, һарымһаҡ, кәбеҫтә, тоҙло ҡыяр һәм киптерелгән йәшел үләндәр йыйған.
Ауылда йәшәүсе А. Чупринская аҙыҡ-түлек йыйыуҙы ойоштороп ҡына ҡалмаған, ә барыһын да Бәләбәйгә келәткә алып та килгән. Ҡала ҡыҙы Е. Ғәлләмова ҡоро һурпалар өсөн тоҙланған йәшелсәләр килтергән, ә Р. Төхвәтшина һалдаттар өсөн йөн ойоҡбаштар бәйләгән.
Умартасы Ф. А. Хазинов беҙҙең яҡлаусыларға бал тапшырған.
«Яугирҙар хаҡында хәстәрлек күргән битараф булмаған кешеләргә ихлас рәхмәт белдерәбеҙ», - тип аңлатма бирҙеләр ветерандар советында.
Тағы бер яҡшы хәбәр: Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге ирекмәндәре Белгород йүнәлешенә гуманитар йөк оҙатҡан.
Хәҙер улар яңы ылау йыйыу менән мәшғүл.
Хөрмәтле район халҡы, үҙебеҙҙекеләргә ярҙам йыйыуға ҡушылығыҙ! Изгелекле һәм мәрхәмәтле булығыҙ! Яҡташтарыбыҙ беҙҙең ярҙамға мохтаж.
Ветерандар советы һәм Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге фотолары