

– Беҙҙе матур ҡарағай урманында урынлашҡан «Дзержинец» балалар лагерына урынлаштырҙылар. Шунда уҡ фестиваль үтте. Мин «Добро.РФ платформаһын 100 процентҡа нисек файҙаланырға» тигән практик шөғөл һайланым.
Беренсе көндә иң яҡшы ирекле проекттар йәрминкәһе, ә кисен берҙәмлек һәм изгелек байрамы үткәрелде, унда Пермь, Сыуашстан, Мари Иле Республикаһы, Севастополь, Һамар, Киров өлкәһе, Татарстан, Ульяновск һәм Пенза ҡалаларынан килгән ирекмәндәр һәм хужалар үҙҙәренең визит карточкалары менән сығыш яһаны.
Икенсе көндө беҙҙең төркөм өсөн Елена Лекомцева «Нейрогимнастика – әүҙем оҙон ғүмерлелеккә юл» ғәмәли дәресен үткәрҙе. Беҙ мейе эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн күп кәңәштәр һәм күнегеүҙәр алдыҡ.
Артабан «Бер-береңде ярты һүҙҙән аңлау һәм үҙ сафыңа яңы ирекмәндәр йәлеп итеү» темаһына медиатор Эльвин менән осрашыу булды.
Иң ҡыҙыҡлы уйын мәлдәрен, аралашыуҙы, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе, үҙеңде һәм башҡаларҙы тыңлай һәм аңлай белеү ыңғай дәрт-дарман бирҙе.
Ижевск ҡалаһының «Күңелдәре менән йәш» изгелек үҙәгендә беҙгә ысын күңелдән ҡунаҡсыллыҡ күрһәттеләр: милли музыка, Изгелек үҙәге эшмәкәрлеге тураһында презентация, милли ҡамыр ризыҡтары менән сәй эсеү һәм дөйөм фото.
Ҡала буйлап экскурсия һоҡландырҙы: ҙур быуа яры буйы, мөһабәт ғибәҙәтханаға барыу хайран ҡалдырҙы.
Өсөнсө көндә Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми хеҙмәткәре (Мәскәү ҡалаһы) Марина Янцен менән сара үтте, – тип уртаҡлашты Людмила Николаевна.
Людмила Пашина әйтеүенсә, көмөш ирекмәндәрҙең үҙ-ара аралашыуы ла шул уҡ кимәлдә ҡиммәтле була, улар үҙҙәренең тәжрибәләре һәм фестиваль тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Ҡатнашыусыларҙы Удмуртияның йәштәр сәйәсәте ирекмәндәренең ҡунаҡсыллығы, ойоштороусыларҙың ихласлығы һәм яйға һалынған эше ҡыуандыра.
Әйткәндәй, өйгә ҡайтыр алдынан көмөш ирекмәндәр Ижевск зоопаркына бара, ул таҙалығы һәм дизайны менән хайран ҡалдыра. Улар асыҡ һауала тәбиғәт шарттарына яҡын булған шарттарҙа йәшәгән йәнлектәр өсөн шатлана.
Автобус тәҙрәһе артындағы матур пейзаж: көҙгө урмандар, зөбәржәт ужым баҫыуҙары, тулы һыулы йылғалар – шулай уҡ ҡунаҡсыл Удмуртия ҡунаҡтарының хәтерендә ҡалған.
Фестивалдә алған тәжрибә хәҙер беҙҙең районда ҡулланылыр, тип ышанабыҙ.
Фотолар Л. Пашина тарафынан бирелгән