

Материалдар, инструменттар, приборҙар, медикаменттар, аҙыҡ-түлек һ. б. һатып алыу өсөн аҡса ебәреүсе битараф булмаған ябай кешеләр улар.
Гуманитар ярҙам даими рәүештә ял итергә ҡайтҡан яугирҙар менән һәм Приют ҡасабаһынан ебәрелә.
Ошо көндәрҙә табип «Лиса» эшләгән шефлыҡтағы госпиталгә ебәреү өсөн ҙур күләмдә ярҙам йыйылған һәм тейәлгән.
Һәр ваҡыттағыса, Бәләбәй ҡалаһының Тарихи мәсете мәхәлләһе һәм «Йорт хужалығынан артҡаны. Бәләбәй ҡалаһы» төркөмө айырылып торҙо.
Мәҫәлән, яраланған яугирҙәр документтар һәм шәхси гигиена әйберҙәре өсөн сумкалар һорап мөрәжәғәт итәләр. «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ. Приют ҡасабаһы» төркөмө ирекмәндәре халыҡҡа мөрәжәғәт итте, һәм улар иҫке джинс салбарҙар килтергән, ә уларҙан сумкалар тегәләр! Сумкаларҙың беренсе партияһы ылау менән китә.
– Изгелек һәм ярҙамсыллыҡ өсөн бөтәһенә лә рәхмәт. Беҙҙең татыу команда тиҙ арала, шәхси эштәрен кисектереп, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәйенсә, ылауҙы алғы һыҙыҡҡа йүнәлештәр буйынса ебәрҙе, – тип уртаҡлашты ирекмән Айгөл Фәттәхова.
Бөгөн госпиталь өсөн ылау Октябрьскийға оҙатылды.
Һәр кем, командала булып, үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итә ала!
Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге фотолары