

Был башланғысты ауылдаштары, МХО-ла улы хәбәрһеҙ юғалған яугирҙың әсәһе З.А. Герасимова тәҡдим иткән. Ауылдаштары уны хуплаған. Уның менән бергә Гера Федорова, Мария һәм Екатерина Егоровалар, бөтә йорт эштәрен ҡалдырып, пакеттар әҙерләйҙәр, һәр береһенә үҙ хәстәрлегенең бер өлөшөн һәм ҡулдарының йылыһын һалалар.
«Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең әсәләре чатта эштәре тураһында яҙа һәм яугирҙарға нисек ярҙам итеүҙәре тураһында һөйләй. Миңә «ҡоро душ» яһау идеяһы оҡшаны һәм ниңә беҙгә лә был эште һынап ҡарамаҫҡа тигән фекер тыуҙы», – тип уртаҡлашты Зинаида Арсентьевна.
Ул башта үҙ аҡсаһына кәрәкле материалдар: Дорнит геотекстиле, гель һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған таҫтамалдар һатып ала һәм ҡатын-ҡыҙҙарға шәхси гигиена өсөн йыйылмаларҙы нисек эшләргә кәрәклеген аңлата. Һуңынан ирекмәндәр үҙ аҡсаларын өҫтәй һәм бергәләп беренсе партияны әҙерләйҙәр.
«Ҡоро душ» менән посылканы улар ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан ауылдаштары Андрей Федоровҡа тапшыра. «Алғы һыҙыҡтағы, блиндаждағы йәки һыу булмаған ерҙә оҙайлы дежурҙа торған һалдаттар өсөн бындай душ бик кәрәк», – тип билдәләне ул, яҡташтарынан ярҙам алып. Ошо көндәрҙә хәрби хеҙмәткәр МХО зонаһына юлланды.
«Беҙ уларға унда ни тиклем ауыр икәнен беләбеҙ. Был «ҡоро душ» улар өсөн ял минуты булһын, өйҙә уларҙы яратыуҙарын, көтөүҙәрен һәм уларға бер аҙ еңелерәк булһын өсөн барыһын да эшләйҙәр икәнлеген белһендәр», – ти ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар.
Яңы семенкиндар был мөһим башланғысты дауам итергә ниәтләй.
Г. Федорова фотолары