

«Махсус тәғәйенләнештәге кеше» – тип атаны осрашыуҙы ойоштороусылар: «Беренсе урта» музейы етәксеһе Ирина Паршуткина һәм Бәләбәй ҡалаһының 1-се биләмә китапханаһы китапханасыһы Наталья Маликова.
1-се мәктәп лагерында ял итеүсе балалар разведчиктарҙың ҡатмарлы яҙмышы, ил мәнфәғәттәрен яҡлауҙа уларҙың роле, илһөйәрлек һәм Ватанға һөйөү тураһында йәнле һөйләшеүҙә ҡатнашты...
Улар Бәләбәйҙә үткән мәктәп йылдары, нисек разведчик булыуы, бының өсөн нимә кәрәклеге, илдән ситтә тормош нисек үтеүе тураһында ҡунаҡтан туранан-тура һорай алды.
Рәсәйҙең Тышҡы разведка хеҙмәте ветераны, отставкалағы генерал-майор Сергей Яковлев уҡыусыларҙың һорауҙарына ябай итеп яуап бирҙе: үҙенең 1966 йылда алтын миҙал менән тамамлаған 2-се мәктәп уҡытыусыларын һәм класташтарын йылы итеп иҫкә алды, Бәләбәйҙең 1960 йылдар башындағы үҫмер малайҙарының урамдағы «батырлыҡтары» һәм башҡа күп нәмәләр хаҡында һөйләне.
Сергей Яковлев Мәскәүҙә йәшәй, әммә йыл һайын баласаҡ ҡалаһына ҡайта, туғандары, класташтары, йәштәр менән осраша.
Әйткәндәй, 28 июндә Рәсәйҙә нелегаль разведкаға нигеҙ һалыныуға 104 йыл тула.
Автор фотолары