Бәләбәйҙә йәшәүсе шпион толстовкалары әҙерләгән өсөн хөкөм ителгән

Бәләбәй ҡала суды урында йәшәгән иргә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ир «мәғлүмәтте йәшерен рәүештә алыу өсөн тәғәйенләнгән махсус техник сараларҙың законһыҙ әйләнеше» статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды.

Бәләбәйҙә йәшәүсе шпион толстовкалары әҙерләгән өсөн хөкөм ителгәнБәләбәйҙә йәшәүсе шпион толстовкалары әҙерләгән өсөн хөкөм ителгән
Бәләбәйҙә йәшәүсе шпион толстовкалары әҙерләгән өсөн хөкөм ителгән

2024 йылдың майында ир кеше йәшерен рәүештә мәғлүмәт алыу өсөн ике комплект махсус техник саралар - алыҫтан тороп видеокүҙәтеү өсөн ҡоролмалар ҡуйылған толстовка әҙерләгән. Ул танышы менән уларҙы бер тауар өсөн 75 мең һумға һатыу тураһында һөйләшеп килешкән һәм уларҙы артабан машиналар менән идара итеүгә хоҡуҡ алғанда теоретик имтихан тапшырыу өсөн файҙаланған кешеләргә һатҡан.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд уға 90 мең һум күләмендә штраф формаһында хөкөм сығарған. Кәрәҙле телефондар һәм махсус техник саралар дәүләт килеменә тартып алынған.

Бынан алда енәйәттә башҡа ҡатнашыусыларҙың өсәүһенә ғәйепләү ҡарары сығарылған.

Регина Иванова әҙерләне

Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас