

Хәҙерге балаларға ла йәйҙе ауылда үткәреү оҡшай. Мәҫәлән, Бәләбәй районының Анновка ауылында улар өсөн мәҙәниәт йортонда даими рәүештә ҡыҙыҡлы саралар ойошторола.
Ауыл мәҙәниәт йорто методисы Рузилә Сәхибгәрәева һөйләй:
– Балаларҙың йәйге ялын, төрлө программаларға йәлеп итеп, төрләндерергә тырышабыҙ. Саралар урамда ла, клуб бинаһында ла үткәрелә.
Балаларға логик фекерләүҙе, хәтерҙе, иғтибарҙы үҫтереүсе шөғөлдәр, спорт майҙансығында уйнау һәм башватҡыстар оҡшай.
Ауыл тарихына арналған программа ҙур уңыш менән үтте. Йәш анновкалар архив фотоһүрәттәре менән ҡыҙыҡһынды. Улар төрлө йылдарҙа ауыл тормошо хаҡында хәтирәләрҙе йәнләндерергә ярҙам итте. Балалар ауылға ҡасан нигеҙ һалыныуын, уның нисек үҙгәреүен, хәҙер ауылдың нимә менән йәшәүен белде.
Бындай әңгәмәләр тыуған яҡтың тарихын белеүҙән тыш, быуындар араһындағы бәйләнеште нығыта, кесе ватанға һөйөү тәрбиәләй.
Сәскәләр тураһында интерактив программа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Мин балаларға сәскәләрҙең, кешеләр кеүек үк, ҡыуаныуҙары, һағыштары, изгелек һәм ҡанһыҙлыҡ тойоуҙары, тормошобоҙҙо биҙәүҙәре, эстетик ләззәт һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итеүҙәре тураһында һөйләргә тырыштым.
Ауыл халҡының күбеһе йорт яны биләмәләрен сәскәләр менән биҙәүе, ә балаларҙың өлкәндәргә уларҙы тәрбиәләүҙә ярҙам итеүе ҡыуандыра.
Юҡҡа ғына «йәй - ул бәләкәй ғүмер» тип әйтмәйҙәр бит...
Анновка ауылы мәҙәниәт йортонда «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» төркөмө өсөн дә бик күп матур осрашыуҙар ойошторола.
Фотолар: Анновка ауыл мәҙәниәт йорто