Уҡыусылар тәбиғәтте һаҡлау яҡлы

«Яңы быуын» балалар-үҫмерҙәр үҙәгендә «Макулатура йыябыҙ - тәбиғәтте һаҡлайбыҙ!» акцияһы еңеүселәрен ҡотланылар. Изге һәм мөһим эштең инициаторы булып «Экология Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төбәк операторы сығыш яһаны, ә уға райондың барлыҡ мәктәптәре ҡушылды.

Уҡыусылар тәбиғәтте һаҡлау яҡлыУҡыусылар тәбиғәтте һаҡлау яҡлы
Уҡыусылар тәбиғәтте һаҡлау яҡлы

Байрамда абруйлы ҡунаҡтар – торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү һәм тәбиғәтте һаҡлау бүлеге етәксеһе Максим Газин һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкиле Морат Шафиҡов ҡатнаштылар. Улар балаларға битараф булмағандары  һәм яуаплы ҡараш өсөн рәхмәт белдерҙе һәм тап ошондай башланғыстар ресурстарға ҡарата аңлы мөнәсәбәт тәрбиәләүен, тирә-яҡ мөхитте ҡәҙерләргә өйрәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сарала ҡатнашыусылар араһынан бер юлы бер нисә уҡыу йорто, уларҙың тырышлығы айырым билдәләнде. Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбе тапшырылған сеймал күләме буйынса абсолют рекорд ҡуйҙы. Уның уҡыусылары өсөн махсус бүләк әҙерләгәндәр – фойела экологик киңлек: сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн дүрт төҫлө контейнер һәм мәғлүмәт стенды, ул тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштың мөһимлеген хәтерләтә һәм һәр уҡыусыға файҙалы ғәҙәттәр булдырырға ярҙам итә. Иң әүҙем мәктәп исеменә Баженов ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе командаһы лайыҡ булды – коллективҡа уларҙың индергән өлөшөн таныу билдәһе итеп спорт инвентары тапшырылды. Ике мәктәп тә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Иң тырыш ҡатнашыусылар ҙа айырым иғтибарға лайыҡ булды. Мәҫәлән, иң күп макулатураны - 307 килограмм - 1-се гимназиянан Елизавета Варейкина йыйған. Шулай уҡ Семён Клюшкин (250 кг, Приют ҡасабаһының 16-сы мәктәбе), Егор Егоров (185 кг, 15-се мәктәп), Степан Никитин (124 кг, 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе), Анастасия Максимова (47 кг, сыуаш гимназияһы), Максим Гусаров һәм Иван Теплых (42-шәр кг, Баженов ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе) билдәләнде. Уларҙың һәр береһе маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды.

Акция өсөнсө йыл рәттән үткәрелә, һәм Бәләбәй уҡыусылары унда һәр ваҡыт иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбендә ҡала. «Экология Т» төбәк операторының колл-үҙәк етәксеһе һәм бүләкләү тантанаһын алып барыусы Гөлнур Ғәлиуллина билдәләүенсә, быйыл балалар 12 тоннанан ашыу макулатура йыйған. Күптән түгел тамамланған «БумБатл» акцияһы фонында ошондай һөҙөмтәгә өлгәшелеүе айырыуса мөһим: ойоштороусылар шул тиклем күп уҡыусы ҡатнашыуына иҫәп тә тотмаған, әммә ысынбарлыҡ көтөлгәндән артығыраҡ булған.

«Беҙҙең фараздарҙа хаталаныуыбыҙға шатмын, – тип уртаҡлашты Гөлнур Ғәлиуллина. – Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҙур әүҙемлек күрһәтте. Был экологик мәҙәниәттең көндәлек тормоштоң бер өлөшөнә әүерелеүе хаҡында һөйләй һәм тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҙур эш тап ошондай аҙымдарҙан башлана».

Елена Петрова фотолары

Уҡыусылар тәбиғәтте һаҡлау яҡлы
Уҡыусылар тәбиғәтте һаҡлау яҡлы
Уҡыусылар тәбиғәтте һаҡлау яҡлы
Уҡыусылар тәбиғәтте һаҡлау яҡлы
Уҡыусылар тәбиғәтте һаҡлау яҡлы
Уҡыусылар тәбиғәтте һаҡлау яҡлы
Автор:Регина Иванова
Читайте нас