Ермолкинда «Күңелле сәйәхәт»

Ермолкин ауылы мәҙәниәт йортонда «Балалыҡтың ун йыллығы» программаһы сиктәрендә йыл һайын эшләүсе «Күңелле сәйәхәт» балалар уйын майҙансығы асылды. Сарала, һәр бала интерактив уйындарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашып, үҙе өсөн ҡыҙыҡлы нәмәләр тапҡан.

Ермолкинда «Күңелле сәйәхәт»Ермолкинда «Күңелле сәйәхәт»
Ермолкинда «Күңелле сәйәхәт»

«Күңелле һепертке» уйыны балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Ойоштороусылар ҡулында көнкүреш кәрәк-ярағы күңелле һынауҙар теҙмәһен башлап ебәреүсе тылсымлы предметҡа әүерелгән. Бөтә конкурстарҙа ла балалар етеҙлек күрһәтте, ә команда эстафеталарында иптәшлек рухы сағылдырҙы.

Майҙансыҡты ойоштороусылар иҫәпләүенсә, бындай уйын формаһында балалар бер-береһе менән үҙ-ара килешеп эш итергә, һөйләшергә, иптәштәренә ярҙам итергә һәм дөйөм еңеүҙәргә ҡыуанырға өйрәнә.

Фотолар: Ермолкин ауыл мәҙәниәт йорто

 

Ермолкинда «Күңелле сәйәхәт»
Ермолкинда «Күңелле сәйәхәт»
Ермолкинда «Күңелле сәйәхәт»
Ермолкинда «Күңелле сәйәхәт»
Автор:Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас