

Документ менән ойоштороу комитеты составы, байрам программаһы раҫланған. Эшсе ҡасаба статусы бирелеүҙең 70 йыллығына һәм Покровка тораҡ пункты (хәҙерге Приют) тураһында тәүге тапҡыр телгә алыуҙың 200 йыллығына ҡарата сараларға киң әҙерлек планы әҙерләнгән. Улар иҫәбендә: йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, концерт һәм спорт программаларын, күргәҙмәләр, йәрминкәләр әҙерләү һәм башҡалар.
Программала Йәштәр скверын асыу, 3-сө легендар скважина районында Ветерандар аллеяһында ағастар ултыртыу, «Яратам һине, тыуған ҡасабам!» концерты, предприятие эшсәндәрен һәм ветерандарын ҡотлау, йәштәр дискотекаһы һәм башҡа саралар ҡаралған.
Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленгән: медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм полицияның дежурлығы ойоштороласаҡ.