Үткәндәргә экскурсия

Бәләбәй медицина колледжы студенттары экскурсия менән Бәләбәй ҡалаһының иҫке өлөшөнә юлланды. «Беренсе урта» музейы етәксеһе Ирина Паршуткина йәштәр өсөн ваҡыт аша сәйәхәт үткәрҙе.

Үткәндәргә экскурсияҮткәндәргә экскурсия
Үткәндәргә экскурсия

Студенттар квартал буйлап үтте, Екатерина Великая заманындағы элекке төрмәгә – әллә күпме легенда һаҡлаған урынға барҙы. Беренсе ҡыҙҙар гимназияһы бинаһын – ҡасандыр тәүге уҡыусы ҡыҙ балаларҙың тауыштары яңғыраған хәҙерге 1-се мәктәпте күргәндәр. Тарихи биналар эргәһенән уҙғандар, уларҙа ҡасандыр ҡала тормошо ҡайнаған, хәҙер иһә уларҙың заманса твшҡв йөҙө быуаттарҙың мәҙәни хәтерен ҡәҙерләп һаҡлай.

Юл аҙағында студенттар «1941-1945 йылдарҙа Тыуған ил өсөн һәләк булған геройҙарға» мемориаль комплексына һәм Михаил-Архангел часовняһына юлланды, унда геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар.

Фотолар: БМК

Үткәндәргә экскурсия
Үткәндәргә экскурсия
Үткәндәргә экскурсия
Үткәндәргә экскурсия
Үткәндәргә экскурсия
Үткәндәргә экскурсия
Үткәндәргә экскурсия
Үткәндәргә экскурсия
Үткәндәргә экскурсия
Автор:Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас