Көндәр нисек торасаҡ?

«Фобос» үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һауа торошо тотороҡло антициклон фазаһына күсә.

Көндәр нисек торасаҡ?Көндәр нисек торасаҡ?
Көндәр нисек торасаҡ?

Бөгөндән башлап һауа әүҙем йылына башлай.

Эҫелектең иң юғары нөктәһе 22 июлдән 28-нә тиклемге осорға тура киләсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы +28...+32°С билдәһенә етәсәк, ә төндә +18...+23°С  йылы буласаҡ.

Был аҙнала яуым-төшөм фаразланмай тиерлек, шуға күрә халыҡ рәхәтләнеп һыу инә аласаҡ.

 

Августа көслө эҫелек булмаясаҡ. Көндөҙгө уртаса температура( +15...+19°С) климат нормаһына ҡайта, әммә яуым-төшөм буйынса хәл норманан күпкә юғарыраҡ.

Августың беренсе декадаһы һалҡынса була, тип фаразлай синоптиктар. 1 августан оҙайлы ямғырҙар башлана, улар кәмендә 10-на тиклем дауам итә.

Көндөҙгө температура +13° - +15 градусҡа тиклем төшә, ә төндә һауа +5 +10 градлусҡа тиклем һыуыта ала (республиканың көньяғында яуым-төшөм айырыуса күп була), тиҙәр улар.

10 августан һуң ҡыҫҡа ваҡытҡа +24 +28 градусҡа тиклем йылы әйләнеп ҡайтыуы ихтимал, әммә метеорологтар иҫкәртә: ямғырлы һауа торошо ай аҙағына тиклем һаҡланыуы ихтимал.

 

Көндәлек яңыртыуҙарҙы күҙәтегеҙ, сөнки төбәктә оҙайлы һауа торошона төҙәтмәләр индерелеүе ихтимал!

Елена Петрова фотоһы

 

 

Автор:
Читайте нас