Знаменка ауылы мәктәбендә хеҙмәт бригадаһы эшләй

Бәләбәй районының Знаменка мәктәбе уҡыусылары каникулдарын хеҙмәт бригадаһында үткәрә. Үҙ ваҡытында мәктәп хеҙмәт лагерҙары һәр мәктәптә лә, район күләмендә лә ойошторола килде.

Знаменка ауылы мәктәбендә хеҙмәт бригадаһы эшләйЗнаменка ауылы мәктәбендә хеҙмәт бригадаһы эшләй
Знаменка ауылы мәктәбендә хеҙмәт бригадаһы эшләй

Знаменка ауылы мәктәбендә йәйге хеҙмәт бригадаһы 1 июлдән эшләй башланы.  Был уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең бик яҡшы башланғысы.

Эшләргә теләгән бөтә өлкән класс уҡыусылары белем биреү ойошмаһы менән хеҙмәт килешеүе төҙөгән һәм шәхси сығымдарына аҡса аласаҡ.

Уларҙың фекеренсә, был – хеҙмәт эшмәкәрлегенең тәүге етди тәжрибәһе һәм был киләсәктә резюмеларына яҙыласаҡ.

 

Балалар биләмәне төҙөкләндереү менән шөғөлләнә: сәскә түтәлдәрен тәрбиәләй, ара-тирәне сүп-сарҙан таҙарта.

Әйткәндәй, Знаменка мәктәбе һәр саҡ иң матур сәскә түтәлдәре менән айырылып тора, ә элек бында иң ҙур мәктәп яны баҡсаһы булған.

Хеҙмәт бригадаһының махсус миссияһы ла бар – Дан паркында тәртип булдырыу. Улар өсөн был эш кенә түгел, ә ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын хөрмәт итеү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау ҙа.

 

Уҡытыусылар әйтеүенсә, бөтә балалар ҙа яуаплы, дәртләнеп эшләй.

Хеҙмәттең хаҡын бала саҡтан белгән кеше тормош маҡсаттарына һәр саҡ өлгәшә. Знаменка уҡыусылары һәм уҡытыусылары дөрөҫ юлды һайлаған.

Знаменка мәктәбе фотолары

Знаменка ауылы мәктәбендә хеҙмәт бригадаһы эшләй
Знаменка ауылы мәктәбендә хеҙмәт бригадаһы эшләй
Знаменка ауылы мәктәбендә хеҙмәт бригадаһы эшләй
Знаменка ауылы мәктәбендә хеҙмәт бригадаһы эшләй
Знаменка ауылы мәктәбендә хеҙмәт бригадаһы эшләй
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас