

Управдом – муниципаль власть вәкилдәре, идара итеүсе компаниялар һәм профилле ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығында күп фатирлы йорттарҙы тотоу мәсьәләләрен бергәләп хәл итеүҙең уникаль майҙансығы.
Форум эшендә БР Бәләбәй районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Әхсән улы Вәлиев, Бәләбәй ҡалаһы Советы рәйесе Ришат Риф улы Низаев, Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирина Викторовна Машнина, Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзаһы Сергей Николаевич Карасев ҡатнаштылар.
Залда ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар, идара итеүсе компаниялар вәкилдәре, күп фатирлы йорттар советтары рәйестәре һәм әүҙем халыҡ, шулай уҡ Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары һәм белгестәре ҡатнашты.
Бәләбәй ҡалаһы хакимиәтенең 2026 йылдың 1-се ярты йыллығындағы эш йомғаҡтары тураһында Ирина Машнина һөйләне.
Форумда ҡатнашыусылар алдында Бәләбәй ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ - коммуналь хужалыҡ бүлегенең баш инженеры Кристина Никифорова – күп фатирлы йорттар менән идара итеү ысулы тураһында; Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса тәфтиш бүлеге начальнигы урынбаҫары, юстиция подполковнигы Галина Төхвәтулина мәғлүмәт технологияларын файҙаланып башҡарылған енәйәттәрҙе иҫкәртеү тураһында һәм башҡалар сығыш яһаны.
Диалогта О. Чакова, А. Попова, Н. Шитов, Е. Макушев, И. Чумаченко һәм башҡа халыҡ ҡатнашты. Бөтәһе лә яуаптар алды.
«Управдом» йомғаҡтары буйынса ҡарар ҡабул ителде.
Йыйылышта 70-кә яҡын кеше, шул иҫәптән 26 күп фатирлы йорттарҙан яуаплы кешеләр ҡатнашты.
Фотолар: Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте