Мәҙрәсәлә балалар сменаһы

Бәләбәй ҡалаһындағы Тарихи мәсеттең икенсе корпусында исламды тәрәнерәк белергә һәм яңы дуҫтар табырға теләгән йәш мосолмандар өсөн традицион йәйге дәрестәр үтте. Быйыл курстың берҙәм темаһы «Намаҙ менән йәйге осрашыуҙар» булды.

Мәҙрәсәлә балалар сменаһыМәҙрәсәлә балалар сменаһы
Мәҙрәсәлә балалар сменаһы

Һәр иртә тәрбиәләнеүселәр өсөн гимнастиканан башланды. Физик күнегеүҙәрҙән һуң дини дәрестәр үткәрелә, унда кесе балалар дин нигеҙҙәрен үҙләштерә, тәһәрәт (таҙарыныу) эшләргә өйрәнә, намаҙ нигеҙҙәре менән танышты. Өлкәндәр етдиерәк темаларға сумды: нафиль-намаҙҙар уҡыған һәм хәнәфи мәҙһәбенең (исламда хоҡуҡи мәктәп) «Мөхтәсәр әл-Ҡудури» ҡағиҙәләренең ҡыҫҡаса йыйынтығын тикшерҙе.

Мәҙрәсәгә ҡунаҡтар ҙа килде: татар гимназияһы уҡыусылары, шулай уҡ Мәккәнән ҡайтҡан хажи – хажиәләр. Балаларҙы тын алыу өсөн гимнастикаһы менән Сафия Нәғим ҡыҙы таныштырҙы.

Күңел асыу саралары ла иҫтә ҡалырлыҡ булды. Балалар хаж инсценировкаһында ҡатнашты, был хаж йолалары менән танышырға ярҙам итте. Малайҙар өсөн  «Бер минутҡа имам», ҡыҙҙар өсөн  «Ожмахҡа асҡыстар» конкурстары үтте. «Намаҙ һуҡмағы», «Муллыҡ баҙары», үҙидара көнө, интеллектуаль «Үҙ уйын», «Мөслим-һабантуй» һәм футбол турниры ойошторолдо.

Смена сиктәрендә туҡланыу балаларҙың йәш ихтыяждарын һәм хәләл талаптарын иҫәпкә алып ойошторолдо. Ашау мәҙәниәтенә айырыуса иғтибар бүленде: аш алдынан балалар «бисмилла» тип әйтә, ә һуңынан Аллаға рәхмәт әйтә. Бергәләп ашау балаларҙы берләштереүҙең тағы бер формаһы булып тора: улар ашауға ихтирамлы ҡарарға, өҫтәл артында тәртип һәм этикет һаҡларға өйрәнә.

Тулы төшкө аштан һуң коллектив рәүештә намаҙ уҡыйҙар. Бынан һуң Тарихи мәсет имам-хатибы Илдар хәҙрәт балалар өсөн ҡыҫҡа тәрбиәүи нәсихәттәр үткәрҙе: ябай һәм аңлайышлы телдә ғибәҙәт ҡылыуҙа ихласлыҡтың мөһимлеге, сабырлыҡ һәм изгелек, ауырлыҡтарҙы нисек кисереү һәм бәләкәйнәмәгә лә шатланыу тураһында һөйләне. Әңгәмәләргә Ҡөрьән уҡыу өҫтәлде.

Илдар хәҙрәт оҙатыуында балалар республиканың баш ҡалаһындағы Рәсәй Ислам университетына барҙы.

Илдең алдынғы Ислам вуздарының береһенә барыу Бәләбәй йәштәре өсөн белем, тарих һәм юғары әхлаҡи йүнәлештәр донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт булды. Балаларға ислам юғары уҡыу йортонда заманса белем биреү процесының нисек ойошторолоуын күрһәттеләр. Уларға ислам университеты дини дисциплиналарҙы өйрәнеү урыны ғына түгел, ә телдәрҙе, тарихты һәм мәҙәниәтте өйрәнеүсе, һәр яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүсе ҙур ғилми үҙәк булыуын аңлаттылар. Программаның төп мәле булып Абдул-Кәрим хәҙрәттең рухи-әхлаҡи тәрбиәгә арналған тематик лекция-әңгәмәһе торҙо. Йәнле диалог форматында университет уҡытыусыһы балалар менән ислам этикаһының да, дөйөм кешелек әхлағының да нигеҙендә ятҡан мәңгелек ҡиммәттәр тураһында һөйләште.

Курсты тамамлағас, балалар социаль роликтар төшөрҙө һәм театрлаштырылған постановкаларҙа уйнаны.

– Һәр ата-әсә балаһына иң яҡшыһын ғына теләй, унда әҙәп һәм әхлаҡ тәрбиәләргә тырыша, изгелеккә өйрәтә. Беҙ балаларыбыҙҙың ата-әсәләренең аңлауына шатбыҙ: тәрбиә донъяуи белем менән генә сикләнмәй, ә тәрән дини мәғрифәтселек талап итә. Беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, балаларға Ҡөрьәндә һалынған нигеҙҙәрҙе өйрәтергә һәм уларҙың мәҙрәсәлә йәшәүен биҙәргә тырыштыҡ, – тип йомғаҡ яһанылар Бәләбәй ҡалаһының Тарихи мәсетендә.

Рита Зәйҙуллина, мәсет мөғәллимәһе. Фотолар мәсет тарафынан бирелде

 

 

Мәҙрәсәлә балалар сменаһы
Мәҙрәсәлә балалар сменаһы
Мәҙрәсәлә балалар сменаһы
Мәҙрәсәлә балалар сменаһы
Автор:
Читайте нас