Дөйөм мәҡәләләр
4 Августа , 05:00

«Гвардиясы»: беҙҙең Альберт сафта!

1 августа Пензала «Гвардеец» хәрби-патриотик сборҙарын асыу тантанаһы үтте. Өс аҙнаға армия генералы А.В. Хрулёв исемендәге Пенза артиллерия инженер институты базаһы Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән һәм Луганск Халыҡ Республикаһынан 280-дән ашыу үҫмер өсөн йәшәү мәктәбенә әйләнәсәк.

«Гвардиясы»: беҙҙең Альберт сафта!«Гвардиясы»: беҙҙең Альберт сафта!
«Гвардиясы»: беҙҙең Альберт сафта!

Улар араһында – Башҡортостан Республикаһынан «Батырҙар» командаһы: тотош республиканан 20 иң көслө егет һәм ҡыҙ. Бәләбәй районынан «Гвардия»ла «Бөркөт» хәрби патриотик клубы тәрбиәләнеүсеһе, йәш армеец Альберт Дауытов ҡатнаша.

Йыйындарҙа егеттәр тулыһынса армия тормошона сумасаҡ: саф, дөйөм физик, атыу һәм парашют әҙерлеге үтәсәк, заманса ҡоралдар менән танышасаҡ, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе үҙләштерәсәк, хәрби эштең тактикаһын һәм нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Шулай уҡ мини футбол, баскетбол, волейбол, пейнтбол һәм башҡа дисциплиналар буйынса ярыштарҙа ҡатнашасаҡ.

Ижадһыҙ ҙа булмаясаҡ: йәш армиясылар үҙҙәренең төбәге менән таныштырасаҡ һәм конкурстарҙа һәләттәрен асасаҡ, шулай уҡ Пенза өлкәһенең тарихы һәм билдәле урындары менән танышасаҡ.

Альбертҡа һәм «Батырҙар» командаһына күнекмәләрҙә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтеүҙәрен теләйбеҙ!

Фотолар: «The Penza Post» мәғлүмәт-аналитика порталы

«Гвардиясы»: беҙҙең Альберт сафта!
«Гвардиясы»: беҙҙең Альберт сафта!
Автор:Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас