

Был йәмәғәт наградаһына граждандар татар халҡының телен, мәҙәни һәм милли традицияларын үҫтереүгә һәм һаҡлауға тос өлөш индергәне, халыҡтар дуҫлығын, милләт-ара именлекте һәм татыулыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн лайыҡ була...
Зәйфә Сәлихова – татар халҡының сағыу вәкилдәренең береһе, «Аҡ ҡалпаҡ» ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы активисы, шағирә, яҙыусы, Башҡортостандың Яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Ярты быуатҡа яҡын ғүмерен ул журналист эшмәкәрлегенә һәм татар телендә район гәзитен сығарыуға арнаны. Уның шиғырҙары, кешеләр тураһында мәҡәләләре һәм публицистикаһы – аҡыл, халыҡ йолаларына, тыуған төйәгенең тәбиғәтенә һөйөү һәм ихтирам шишмәһе, авторҙың күңел асылы ул...
Бүләкләү тантанаһы Туймазы районының «Бабай утары» этнографик музей комплексында үтте.
Миҙалды хеҙмәттәшебеҙгә Бөтә донъя татарҙар конгресының бүлек етәксеһе, «Аҡ ҡалпаҡ» татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ҡәҙриә Иҙрисова (Өфө ҡалаһы) тапшырҙы.
Ҡотлайбыҙ, Зәйфә Мирғәзийән ҡыҙы! Ғорурланабыҙ!
«Белебеевские известия» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре