Дөйөм мәҡәләләр
7 Августа , 06:00

Гәрәевтар – XX быуаттан...

М. Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының үҙәк усадьбаһы ауылында Гөлкәй Мөхәррәм ҡыҙы һәм Зәүит Йәғит улы Гәрәевтар – педагогик хеҙмәт ветерандары, уларҙың тормошо һөнәргә һәм бер-береһенә тоғролоҡ өлгөһө булды, яңыраҡ улар алтын туйҙарын билдәләнеләр.

Гәрәевтар – XX быуаттан...Гәрәевтар – XX быуаттан...
Гәрәевтар – XX быуаттан...

«Гәрәевтар ғаиләһе – ғәжәп ябай һәм эшһөйәр кешеләр. Ғүмерҙәре буйы Максим Горький мәктәбендә эшләнеләр. Байтаҡ балаларға педагог Гәрәевтар тормошҡа юллама бирҙе. Улар хаҡында «БИ»ла яҙығыҙ әле», - тип һораны Максим Горький ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Надежда Красильникова.

Ирле-ҡатынлы Гәрәевтар өсөн редакциянан шылтыратыу көтөлмәгән булды.

– Тормошобоҙ бик ябай, беҙҙең хаҡта яҙырға ла кәрәкмәйҙер. Беҙ уҡыусыларыбыҙҙың һәм балаларҙың уңыштары менән генә ғорурланабыҙ, – тине Гөлкәй Мөхәррәм ҡыҙы. Шулай ҙа һөйләшеү булды.

Гөлкәй менән Зәүит төҙөлөш отрядында таныша. Икеһе лә Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетында уҡыған.

– Беҙҙең студенттарҙың төҙөлөш отряды Приют элеваторы төҙөлөшөнә йүнәлтелде. Бында, Приютта, бер-беребеҙҙе күрҙек тә инде. Мин беренсе курсты тамамлағайным, Зәүит - өсөнсө. Шунда мин Зәүит Гәрәевтың сығышы менән Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы ауылынан икәнен белдем. Зәүиттең ата - әсәһе - бөйөк эшсәндәр, һәм беҙҙе тормоштағы бөтә ҡыйынлыҡтарҙы һәм шатлыҡтарҙы тигеҙ бүлешергә өйрәттеләр.

Беҙ 1976 йылдың йәйендә өйләнештек. Мин Бөрйән районының Байназар ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуғанмын (уларҙың дөйөм педстажы 80 йылдан ашыу). Ата - әсәйем минең һайлауымды хупланы. Күңелле туй булды, милли йолалар менән, ҡунаҡтар бәхет һәм мөхәббәт, күп балалар теләне, күп шаяртты, бейене, йырланы... Ата-әсәйҙәребеҙҙең ғаилә – ул бер бөтөн, тигән наказын хәтерҙә ҡалдырҙыҡ. Беҙ бит XX быуаттан, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйбеҙ, – тине алтын ҡатын.

Зәүит Йәғит улы 1952 йылда тыуған, ә Гөлкәй Мөхәррәм ҡыҙы - 1955 йылдыҡы. Икеһенә бергә 145 йәш, шул иҫәптән 80 йыллыҡ педагогик стаждары бар һәм 50 йыл бергә ғүмер итәләр! Был һандар ҡәтғи математик формулаларға тап килмәй, әммә математиканы иҫкә алмай булмай. Хәләл ефете – математика, ә ире физика дәрестәрен алып барған.

Педагог Гәрәевтар өс бала үҫтергән: өлкән ҡыҙҙары Римма – уҡытыусы, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған; улдары Урал Өфө авиация университетында белем алған, һөнәре буйынса армияла хеҙмәт итә; кеселәре Азат Өфө нефть университетын тамамлаған, Төмәндә йәшәй һәм эшләй.

– Балалар үҫеп таралышты. Улар беҙгә ике ейән һәм дүрт ейәнсәр бүләк итте. Уларҙың иң өлкәндәре – студенттар. Быйыл бер ейәнсәребеҙ мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә. Балаларҙың ҡайтыуы – ысын байрам! Ҡыҙҙарыбыҙ яңы бәлештәр менән ғәжәпкә ҡалдыра, ләкин традицион аш-һыуыбыҙ: ҙур бәлеште, ҡыҫтыбыйҙы ла үҙ итәләр.

Алтын туй көнөндә балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙйортобоҙға беҙҙе ҡотларға ҡайтты, шунан да ҙурыраҡ бүләк кәрәкмәй! – тип бүлеште юбилярҙар.

Балалары үҫкәнсе, ата-әсәләр улар менән күп сәйәхәт итергә, ҡыҙыҡлы урындар күрһәтергә тырышҡан. Хәҙер күбеһенсә ейәндәренең-туристарҙың фотоотчеттарына ҡыуаналар.

Пенсияла ла Гәрәевтар сәйәхәт итеүҙе ташламаған: мөмкин булғанса, сәфәрҙәргә сығалар. Төп ваҡытты улар йорт эштәрендә үткәрәләр.

Үҙ йортоңда эш һәр ваҡыт етерлек, йәшелсә баҡсаһы булғанда, бигерәк тә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ветеран педагогтар бал ҡорттары менән шөғөлләнә башлаған, хужабикәнең тыуған төйәге – иң тәмле балы менән билдәле Бөрйән районы.

«Күңел өсөн урын булдырырға булдыҡ» - Гәрәевтар үҙҙәренең Заовражьелағы умарталығы хаҡында шулай ти. Буш ваҡыттарыеда ир менән ҡатын күп уҡыйҙар.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Гөлкәй Мөхәррәм ҡыҙы менән Зәүит Йәғит улы иренең тыуған яғында, Йәрмәкәй районында башлағандар. М. Горький ауылына уҡытыусылар етмәгән саҡта күсеп киләләр. Улар үҙҙәренең шундай ҡарары тураһында бер ҡасан да үкенмәгәндәр: бында уларҙың йорто һәм көс урыны.

Шулай ҙа Гәрәевтарҙың ғаиләһенең оҙон ғүмерлелегенең сере – бер-береһен яратып  татыу йәшәүҙә, дөрөҫ тәрбиә биреүҙә һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа.

Фотолар: Гәрәевтар архивынан

Гәрәевтар – XX быуаттан...
Гәрәевтар – XX быуаттан...
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас