

Был миҙгелдә ойоштороусылар осрашыуҙар өсөн Рәсәй һәм патриотизм темаһын һайлаған. Уйын, сәнғәт һәм әкиәт сюжеттары аша балалар илебеҙҙең тарихы һәм символдары менән таныша, уның матурлығын һәм байлығын ҡәҙерләргә өйрәнә.
Күптән түгел «Арт-пикник» та «Аленушка» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡта булды. улар өсөн галерея хеҙмәткәрҙәре мауыҡтырғыс мажара әҙерләгән. Кескәйҙәр әкиәт сәйәхәтенә сыға, унда уларҙы етди һынауҙар көтә.
Сюжет буйынса йәш геройҙарға урланған Рәсәй флагын табырға кәрәк була. Юл еңелдән түгел: балалар «тылсымлы йомғаҡ» артынан бара, албаҫтының мәкерле һаҙлығын үтеп, рус фольклорының иң билдәле персонаждарына – Леший, Баба-яга һәм Айыуға ҡунаҡҡа килә.
Квест барышында балалар Тыуған ил тураһында һорауҙарға берҙәм яуап бирә һәм уларҙы төп маҡсатҡа алып барған карта йыя. Бәләкәй ҡатнашыусыларҙың берҙәмлеге һәм ҡыйыулығы һөҙөмтәһендә флаг табыла.
Актив квесттан һуң балаларҙы «Йәйге илһам» ижади оҫтаханаһы көтә. Бында, тыныс һәм уңайлы мөхиттә, йәш рәссамдар буяу менән шөғөлләнә. Оҫталыҡ дәресенең темаһы – илебеҙҙең ҡеүәтле, сыҙамлы һәм милли характерлы символы булған айыу. Һәр бала үҙ һүрәтенә күңеленең бер өлөшөн һалырға тырыша, урман хужаһын үҙенсә һүрәтләй. Кемдер айыуҙы игелекле һәм әкиәттәгесә, кемдер ысын мәғәнәһендә мөһабәт итеп эшләгән.
– Бындай осрашыуҙар балаларға ижад аша тыуған мәҙәниәт менән бәйләнеште тойорға ярҙам итә, – тип иҫәпләй галерея мөдире Луиза Бәҙретдинова.
Фотолар галерея архивынан