

Был урындар матур тәбиғәт күренештәре менән генә түгел, ә бөтә донъя ғалимдары өсөн глобаль йүнәлештәре менән дә билдәле. Улар “Торатау” геопаркы составына инә.
Экскурсияны уҡытыусы-гид Айрат Миңлебаев алып барҙы. Бик йөкмәткеле, файҙалы булды уның сығышы. Ҡатнашыусылар тау тоҡомдары аша планетаның күп быуатлыҡ тарихын белде.
Чемпионат Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм 13 илдән 300-ҙән ашыу студентты берләштерҙе. «ГеоВызов»тың Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр үтеүе республикаға геология кадрҙары әҙерләү өсөн әйҙәүсе майҙансыҡ булараҡ ҡыҙыҡһыныуҙың артыуын күрһәтә.
Ғафури районының бизнес-шерифы Эдуард Талипов: «Ғафури районы мөһим ғилми-ағартыу үҙәге булараҡ үҙ ролен тағы бер тапҡыр раҫланы. Беҙҙең объекттарҙың донъя стратиграфик йүнәлештәре булып хеҙмәт итеүе һәм бөтә донъянан йәш ғалимдарҙы йәлеп итеүе - ғорурландыра», — тип билдәләне.
Алда ҡатнашыусыларҙы «Геройҙар уҙышы» финал һынауы көтә.
Фото: Мария Суздальцева.