Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентября , 07:00

1 октябрҙән республикала коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар арта

Октябрҙән Башҡортостанда коммуналка өсөн күпме түләргә тура киләсәк? 2026 йылда Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  хеҙмәттәренә тарифтар ике этапта арттырыла.

1 октябрҙән республикала коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар арта1 октябрҙән республикала коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар арта
1 октябрҙән республикала коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар арта

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе индексация ғинуарҙа уҡ үтте ‒ ул саҡта коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү 1,7 процентҡа артты. Икенсе, һиҙелерлек артыу 1 октябрҙән көтөлә – республика буйынса ул уртаса 10,7 процент тәшкил итәсәк, рөхсәт ителгән тайпылыш 2,1 процентҡа тиклем. Шул уҡ ваҡытта ҙур ҡалаларҙа, шул иҫәптән Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Ағиҙелдә, Күмертауҙа һәм Межгорьела, үҫеш индексы 12,8 процент кимәлендә билдәләнгән.

Мәҫәлән, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлгән өсөн уртаса 10,6% һәм 12,7% күберәк түләргә тура киләсәк, йылылыҡ менән тәьмин итеү 9,7% күберәк, электр менән тәьмин итеү 13,3% күберәк, газ 9,6% күберәк. Уртаса индекстар килтерелгән.

Дөйөм алғанда, тарифтар Ставрополь крайында (+22%), Адыгеяла (+19,7%), Тамбов (+17,5%) һәм Төмән (+17,2%) өлкәләрендә артасаҡ. Иң аҙы Хакасияла һәм Чукоткала (8 процент), шулай уҡ Бурятияла (+8,9 процент) һәм Сахалин өлкәһендә (+9 процент).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың 1 мартынан коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты үҙгәрҙе.

Фотоһы: pronedra.ru

Автор:
Читайте нас