

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары исеменә рәхмәт һүҙҙәре менән Бәләбәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәрит Ялалетдинов, Бәләбәй районы Приют ҡасаба советы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Лилиә Юнысова, махсус хәрби операция ветераны Илнур Ноғоманов мөрәжәғәт иттеләр.
Әүҙем ирекмәндәрҙе, МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәткән учреждениеларҙы һәм предприятиеларҙы рәхмәт хаттары менән билдәләнеләр.
Яу яланында һәләк булған һалдаттарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары һәм солистары тамашасыларҙы сағыу концерт менән ҡыуандырҙы. Һәр сығышта ҡыйыу яугирҙарҙың образы йәнләндерелде, улар киләсәккә ышаныс һәм өмөт тойғоһо уятты. Еңеүҙе һәм еңеүселәр быуыны ҡаһарманлығын данлаған таныш көйҙәр һәм йырҙар яңғыраны.
«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Приют» һәм Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге тылда ярҙам ойоштороу тураһында һөйләүсе тематик күргәҙмәләр әҙерләгән.
Кисә «Еңеү көнө» йырын башҡарыу менән тамамланды. Тамашасылар берҙәмлек һәм ышаныс символына әүерелгән таныш юлдарҙы дәррәү күтәреп алды.
Елена Петрова фотолары