9 май – Бөйөк Еңеү көнө

Еңеү көнөн байрам итеү традиция буйынса Дан паркындағы Азат итеүсе яугир һәйкәленә сәскәләр һәм гирляндалар һалыуҙан башланды. Сәғәт 10-да йәш армиясылар һуғыш йылдары көйҙәре оҙатыуында Икенсе донъя һуғышы фронттарында ҡатнашҡан совет һалдаттарының батырлығына хөрмәт күрһәтеү символы итеп парк аллеяһы буйлап тантаналы рәүештә шыршы гирляндаһы менән уҙҙы.

9 май – Бөйөк Еңеү көнө9 май – Бөйөк Еңеү көнө
9 май – Бөйөк Еңеү көнө

Тантанала Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, муниципаль район советы рәйесе Сергей Лущиц, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәҙәмшин, район ветерандары советы рәйесе Александр Буйлов, депутаттар, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

***

Һуғыш тураһында онотмағыҙ!

Бәләбәй ҡалаһындағы «Ватанды һаҡлаусылар» мемориалында һуғыш йылдары йырҙары иртәнән үк яңғырай. Бында беҙҙең районда байрам көнөнөң төп ваҡиғалары үтә.

Сәғәт 11-ҙә Бәләбәй ере халҡы һәм ветерандары исеменән «Еңеүсе яугир» һәйкәленә, «Тыныс ваҡыттағы локаль һуғыштарҙа Һәм ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булғандар» һәм «Тыл – фронтҡа» монументтарына, Хәтер утына веноктар һәм сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы.

9 май – Бөйөк Еңеү көнө
9 май – Бөйөк Еңеү көнө
9 май – Бөйөк Еңеү көнө
9 май – Бөйөк Еңеү көнө
9 май – Бөйөк Еңеү көнө
9 май – Бөйөк Еңеү көнө
9 май – Бөйөк Еңеү көнө
Автор:Светлана Шириня
Читайте нас