Ленинградтар Бәләбәйҙе хәтерләй

Өфөлә Башҡортостан Журналистар союзының 105 йыллығына арналған Бөтә быуын журналистары клубында осрашыу уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ленинградтар Бәләбәйҙе хәтерләйЛенинградтар Бәләбәйҙе хәтерләй
Ленинградтар Бәләбәйҙе хәтерләй

Аралашыу ирекле форматта үтте.

Бәләбәйҙән Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһы директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Шәүрә Ғилманова беҙҙең ҡалаға эвакуацияланған Ленинград халҡынан һәм уларҙың вариҫтарынан Бәләбәй халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткереүебеҙҙе һораны.

- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда йәшәүселәр блокадалы Ленинградтан меңдәрсә ғаиләне ҡабул иткән. Санкт-Петербургта йыш булам, хеҙмәттәштәрем араһында тап Бәләбәйҙә тәрбиәләнгәндәрҙең вариҫтары бар. Зинһар өсөн, бәләбәйҙәргә әйтегеҙ әле, уларҙы Ленинград һәм Петербург халҡы рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала, - тине Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы.

Бында исемдәр мөһим түгел, тип уйлайым, ә һуғыш йылдарында блокадалағы Ленинградтан мөғжизә менән сығарылған кешеләрҙең Бәләбәй һәм изгелек хаҡында белеүҙәре һәм әле лә хәтерләүҙәре мөһим.

Любовь Иванова.

Юлай Кәримов фотоһында: Шәүрә Ғилманова

Автор:Любовь Иванова
Читайте нас