Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы

Аксаков ауылында йыл һайын уҙғарылып килгән, инде матур йолаға әүерелгән «Шәжәрә байрамы» сараһы үтте. Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә, Аксаков ауылы китапханаһына тамырҙарын ҡәҙерләүселәр һәм үҙ тарихы менән ғорурланыусылар йыйылды.

Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамыБерҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы
Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы

Быйыл байрамдың геройҙары – Хәкимовтар, Ивлевтар, Николаевтар һәм Ҡусҡаровтар. Уларҙы тыуған яҡҡа һөйөү генә түгел, бай мәҙәни мираҫ та берләштерә, сөнки һәр ғаилә үҙенең үҙенсәлекле милләте: татар, рус, сыуаш һәм башҡорт милләтенән булыуҙарын сағыу күрһәтте.

Милли кейем кейгән ғаилә вәкилдәре ата-бабаларының тарихы менән ғорурланып уртаҡлашты, быуындарҙың күсәгилешлелеге хаҡында һөйләне, барлыҡ ғаилә ағзалары күрһәтелгән үҙ шәжәрә ағастарын һәм видео-презентацияларын күрһәтте.

«Минең ырыу ағасы» экспозицияһы ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итте. Ул кисәнең биҙәге булды, боронғо әйберҙәр, һоҡланғыс ҡул эштәре, рәхмәт хаттары, ваҡыт үтеү менән һарғайған фотоһүрәттәр һәм, әлбиттә, һәр йорттоң йылыһын һәм ҡунаҡсыллығын символлаштырған хуш еҫле милли аштар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Байрам күңелле бай эстәлекле булды. Кисә ҡунаҡтары рәхәтләнеп әйлән-бәйлән уйнаны, йырҙар башҡарҙы һәм шиғырҙар уҡыны, матур теләктәр менән алмашты. Мауыҡтырғыс уйындар, конкурстар һәм йомаҡтар сараға ҡомар өҫтәне, ә һәр ҡатнашыусы иҫтәлеккә матур бүләк алды.

Кисә күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды, унда дөйөм өҫтәл артына ғаиләләренең баһалап бөткөһөҙ мираҫын һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға ынтылыш менән берләшкән төрлө милләт вәкилдәре йыйылды.

Фотолар китапхананан

Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы
Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы
Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы
Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы
Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы
Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы
Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы
Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы
Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы
Берҙәмлек һәм ғаилә тамырҙары байрамы
Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас