

Быйыл конкурсҡа уҡыусыларҙан һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренән 37 эш килде. Йәш оҫталар ҙур тырышлыҡ менән хәҙерге хоҡуҡ тәртибен һаҡлаусылар образын тыуҙырған һәм жюри ағзаларын техниканың һәм материалдарҙың төрлөлөгө менән хайран ҡалдырған. Эштәр ҡағыҙҙан, ҡатырғанан, пластилиндан, туҡыманан, ағастан, гипстан...
Айырыуса «Дюймовочка», «Йондоҙсоҡ», «Көлһылыу», «Айгөл» һәм «Алёнушка» балалар баҡсаларынан кескәйҙәр айырылып торған. Улар остаздарының иғтибарлы етәкселеге аҫтында ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле ҡул эштәре булдырған.
Жюри бер нисә эш авторын, атап әйткәндә, Марк Козловты («Дюймовочка»), Ева Чернованы («Алёнушка»), Алина Фёдорованы («Йондоҙсоҡ»), Илназ Шәйхетдиновты («Көлһылыу») һәм Эмилия Зәйҙуллинаны («Айгөл) билдәләне.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, эске эштәр органдарында хеҙмәт итеүҙең абруйын күтәреү, полиция эше тураһында ыңғай фекер тыуҙырыу һәм үҫмер быуындың ижади һәләттәрен асыу конкурстың төп маҡсаты булып тора. Сәнғәт аша балалар погонлы кешеләргә хөрмәт күрһәтә һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлаусы һөнәре тураһында күберәк белә.
Бүләкләүҙән тыш, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Баланы һәләк итмә, ҡвйышын эләктер!» социаль кампанияһы сиктәрендә «Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре әлифбаһы» мауыҡтырғыс викторинаһы үткәрелде. Бәләбәй дәүләт автоинспекцияһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы Алина Әмирова балаларға уйын формаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Балалар ҙур теләк менән һорауҙарға яуап бирҙе, йомаҡтар систе һәм иғтибарлылыҡты күрһәткән уйында ҡатнашты.
Бүлек начальнигы урынбаҫары - шәхси состав менән эшләү буйынса бүлек начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гүзәл Сафина ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе. Ул уларҙың йәш таланттар үҫешенә индергән өлөшөн һәм әүҙем тормош позицияһын билдәләне. Ә конкурс еңеүселәренә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлегенән рәхмәт хаттары, татлы бүләктәр, һауа шарҙары, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы билдәләр, «Балалар өсөн хәүефһеҙлек энциклопедиялары» тапшырылды.
«Бындай конкурстар йәш һәләттәрҙе асыҡлауҙан тыш, быуындар араһында бәйләнеште нығытырға ярҙам итә, - тип билдәләне Гүзәл Сафина. - Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм уларға артабан да ижади уңыштар, яңы асыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!».
Елена Петрова фотолары