

«Быуындар бәйләнеше» – ойоштороусы булып сығыш яһаған Бәләбәй районы ветерандары советында сираттағы сараны шулай атанылар һәм РФ Халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм БР Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шулай уҡ МХО-ла һәләк булғандар иҫтәлегенә арнанылар.
Бөгөн оло йәштәгеләр әүҙем тормош алып барыу мөмкинлегенә эйә. Улар спорт, художестволы үҙешмәкәрлек менән шөғөлләнә, экскурсияларға йөрөй һәм башҡалар. Турслетта Бәләбәй һәм Приют ветерандар ойошмалары активистары ҡатнашты. Улар араһында һәләк булған яугир Ғәфиәтуллиндың ата-әсәһе Рәсим Мансур улы менән Татьяна Федоровна, Приют ҡасабаһынан спортсы Людмила Андреевна һәм Сергей Михайлович Чуриловтар ғаиләһе, «Непоседа» («Автонормаль» заводы); «Леди на «Бис» (ҡала һәм район ирекмәндәре); «Оҙон ғүмерлелек илселәре» (Приют) тиа аталған өс ветеран активистар командалары бар ине.
«Сараның төп маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен һәм яҡындары хаҡында хәстәрлекте пропагандалау», - тип хәбәр итте райондың ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Гүзәл Ишниязова.
Традиция буйынса, ветерандарҙың туристик слеты командаларҙың сафҡа теҙелеүенән һәм командирҙарҙың рапорттарынан башлана. Артабан ярыштар. Оло йәштәгеләр дартс буйынса ярыштарҙа, шашка уйнауҙа, кәүҙәне ятып күтәреүҙә, палатканы ваҡытҡа йыйып һәм һүтеүҙә ҙур һәләт һәм оҫталыҡ күрһәтә. Ә ветерандарҙың уңыштарын мәктәп уҡыусылары – «Чемпион» мәктәбенең йәш спортсылары баһалай.
Йомғаҡ яһағандан һуң еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Уларға кубоктар, миҙалдар, дипломдар һәм почет грамоталары тапшырыла.
Аҙаҡ байрам төшкө ашы ойошторола.
«Халәт хәрбиҙәрсә, әммә өйҙәгесә йылы булды. Миҙалдар һәм кубоктар - был иң мөһиме түгел! Ялан усағы янында төшкө аш ваҡытында (ашнаҡсы һурпаһы шәп ине!) слетта ҡатнашыусылар гитарала йырҙар йырланы, шиғырҙар уҡыны һәм өйҙә бешереп килтергән тәм - томдары менән бүлеште, - тип уртаҡлашты Приют ҡасабаһы ветерандары советы рәйесе Людмила Пашина. - Спорт байрамын яҡшы ойошторғаны өсөн Николай Кухаревҡа рәхмәт белдерәбеҙ!
Был слет иҫбатланы: беҙ бергә булғанда, беҙ еңелеү белмәйәсәкбеҙ. Беҙ - бер ҙур, татыу ғаилә. Геройҙарыбыҙҙы хуплайбыҙ һәм тиҙ арала еңеүгә ышанабыҙ!»