«Ветеран»дың уңышы

«Урал батыр» милли-мәҙәни һарайының «Ветеран» клубы хоры XV «Мин һине яратам, тормош!» өлкән быуын кешеләре ижады республика фестиваленән 1 дәрәжә диплом алып ҡайтты.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Ветеран»дың уңышы«Ветеран»дың уңышы
«Ветеран»дың уңышы

Ололар көнөнә арналған гала-концерт 30 сентябрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында үтте. Программа Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына Һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды.

Сараны ойоштороусы БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 15 йыл дауамында был фестиваль республиканың өлкән йәштәге граждандары араһында иң көтөп алынғаны булып ҡала, йыл һайын 65-85 йәштәге һәм унан өлкән 2 мең ҡатнашыусыны үҙ эсенә ала.

Гала-концертта республикабыҙҙың 24 районынан һәм ҡалаһынан 38 иң яҡшы коллектив һәм башҡарыусы сығыш яһаны. Улар араһында «Ветеран» клубы хоры ла бар. Быйыл апрелдә коллектив Бишбүләктә үткән фестивалдең зона этабында ҡатнашты.

– Был беҙҙең өсөн Оло йәштәгеләр көнө алдынан ҙур бүләк. Юл мәшәҡәтле булыуға ҡарамаҫтан, гала-концерттан ҡанатланып һәм шат күңел менән ҡайттыҡ. Фестивалдә бер нисә тапҡыр ҡатнашһаҡ та, беренсе тапҡыр еңеүсе булдыҡ. Был юлы Людмила Николаева репертуарынан «Россия жива» йырын башҡарҙыҡ. Валентина Ушакова – көслө, матур тауышлы һәм сағыу тембрлы иҫ киткес талантлы солистка, – тип уртаҡлашты коллектив етәксеһе Элиза Ғилемханова.

«Ветеран» клубы хоры ҡатнашыусыларының уңышы сираттағы тапҡыр йәштең ижадҡа ҡамасауламауын, киреһенсә, таланттың сәскә атҡан ваҡыты икәнен иҫбатлай!

«Урал батыр» һарайы фотолары

«Ветеран»дың уңышы
«Ветеран»дың уңышы
«Ветеран»дың уңышы
Автор:Светлана Прокофьева
Читайте нас