«Цветаева усағы» йылыһында йылындылар…

3 октябрҙә боронғо урыҫ ауылы Өҫән-Ивановкала XV «Цветаева усағы» әҙәби байрамы үтте. Быйыл сара Марина Цветаеваның һәм уның ире Сергей Эфрондың ҡымыҙ менән дауаланырға килеүенә 115 йыл тулыуға, шулай уҡ Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Цветаева усағы» йылыһында йылындылар…«Цветаева усағы» йылыһында йылындылар…
«Цветаева усағы» йылыһында йылындылар…

Әҙәби байрамға шағирҙар һәм яҙыусылар, ижади коллективтар вәкилдәре, Бәләбәй районы халҡы һәм ҡунаҡтары, шулай уҡ шиғриәтте яратҡан һәм баһалаған өҫән-ивановкалар йыйылды.

Йола буйынса, әҙәби фестиваль Рәсәйҙә Өфө скульпторы Юрий Солдатов беренсе булып эшләгән Марина Цветаева һәйкәле янында башланды. Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев йыйылыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.

Һәйкәлгә сәскәләр һалыу тантанаһынан һуң байрам Ҡыҙҙар шишмәһе янында дауам итте. «Марина өсөн миләш» акцияһы сиктәрендә Иҫтәлекле аллеяла Цветаева тураһында тоғролоҡ һәм һүнмәҫ хәтер символы булараҡ ун бишенсе миләш ултыртылды. Ун бишенсе Цветаева усағын яндырғандан һуң Өҫән-Ивановка мәктәбенең вокаль ансамбле һәм үҙешмәкәр композитор Зөлфирә Әүбәкирова гимн башҡарҙылар.

Усаҡ янында шиғырҙар, музыка, шулай уҡ Бәләбәй районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторған «Цветаевына уҡыйбыҙ» дистанцион шиғыр уҡыусылар конкурсы еңеүселәре һәм ҡатнашыусылары хөрмәтенә ҡотлауҙар яңғыраны.

«Ирекле микрофон» ваҡытында теләгән һәр кем шағирәнең шиғырҙарын, шулай уҡ Цветаеваға арналған әҫәрҙәрен уҡый алды.

«Цветаева усағы» йылыһында йылындылар…
«Цветаева усағы» йылыһында йылындылар…
«Цветаева усағы» йылыһында йылындылар…
«Цветаева усағы» йылыһында йылындылар…
«Цветаева усағы» йылыһында йылындылар…
«Цветаева усағы» йылыһында йылындылар…
«Цветаева усағы» йылыһында йылындылар…
Автор:Светлана Прокофьева
Читайте нас