Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Февраль 2023, 13:00

Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары әҙерләйҙәр

Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләү буйынса республика белем биреү үҙәге эшләй башланы.

Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары әҙерләйҙәр
Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары әҙерләйҙәр

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы нигеҙендә булдырылған үҙәк махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар башланғысы менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарары буйынса ойошторолған. Радиоэлектроника колледжы кәрәкле лаборатор база менән йыһазландырылған һәм квадракоптер менән идара итеү өсөн махсус күнекмәләргә ҡулайлаштырылған.

Бында резервтағы һәм ялға ҡайтҡан егеттәр квадрокоптер менән идара итеү, уны хеҙмәтләндереү буйынса өҫтәлмә белем аласаҡ. Бының өсөн барлыҡ кәрәкле хәрби осоу апараттары, ҡоролмалар алынған. Уҡыу программаһы егеттәр менән эш башлағас үҙгәрер, камиллашыр, тип уйлайым, – тип фекере менән бүлеште Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе

Раил Әсәҙуллин.

Кисә колледж уҡытыусыларының тәүге йыйылышы үткән. Белем биреү учреждениеһы Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары менән берлектә эшләйәсәк.

Эксперименталь программа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡатнашлығында төҙөлгән, ул бер нисә өлөштән тора. Үҙәктә шөғөлләнеүселәр пилотһыҙ аппараттар менән идара итергә өйрәнә, уларҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау оҫталыҡтарын нығыта.

Башньюс

 

 

Автор:
Читайте нас: