Бөтә яңылыҡтар

Еңеүгә һәм еребеҙгә тыныслыҡ килеренә ышанабыҙ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу акцияһына Бәләбәй районы мәктәптәре ҡушылды.

Еңеүгә һәм еребеҙгә тыныслыҡ килеренә ышанабыҙ!
Еңеүгә һәм еребеҙгә тыныслыҡ килеренә ышанабыҙ!

Приют ҡасаба советы хакимиәтенә Баженов ауылы мәктәбенән педагогтар, уҡыусылар һәм ауыл кешеләре тарафынан йыйылған әйберҙәр, аҙыҡ-түлек менән 25 ҡап килтерелде.

Баженовтан гуманитар ярҙам менән сираттағы ылау тейешле урынға мобилизацияланған ир-егеттәргә ебәреләсәк.

Приюттың Ярҙам үҙәге командаһы Баженов ауылы мәктәбе директоры Лилиә Герой ҡыҙы Ғүмәроваға айырып рәхмәт белдерә. Бергә булғанда – беҙ көс!

Алина Сөләймәнова

Еңеүгә һәм еребеҙгә тыныслыҡ килеренә ышанабыҙ!
Еңеүгә һәм еребеҙгә тыныслыҡ килеренә ышанабыҙ!
Автор:
Читайте нас: