Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
9 Август 2023, 14:00

Атайсал. Яңы уҡыу йылын – яңы күтәрмә менән!

Ысын йөрәктән ярҙам күрһәтеү нисек була? Ул эскерһеҙ кешеләргә шатлыҡ, файҙа килтерә торған эш-ғәмәл ҡылыу. Һәм бөгөн, мәктәпкә торған һайын ҡыйыныраҡ булған һайын, бағыусылыҡ ярҙамы күп проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге бирә, сөнки хатта ҙур булмаған эш тә аҡса талап итә. Бәхеткә, Мәтәүбаш мәктәбен тәмамлағандар араһында уның яҙмышына битараф булмаған кешеләр бар һәм улар һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.

Атайсал. Яңы уҡыу йылын – яңы күтәрмә менән!
Атайсал. Яңы уҡыу йылын – яңы күтәрмә менән!

Мәктәптең күтәрмәһе күптән ремонтҡа мохтаж ине. Мәктәпте тәмамлаған изге күңелле егеттәр тырышлығы арҡаһында мәктәп яңы уҡыу йылында уҡыусыларын яңы күтәрмә менән ҡаршылай!

Был эшкә 1983 йылғы сығарылыш уҡыусылары ҙур өлөш индерҙе. Әйтергә кәрәк, быйыл улар мәктәпте тамамлауҙарының юбилей йылын бидәләнеләр. Илшат Йәүҙәт улы Биккинин етәкселегендә башлап йөрөүсе төркөм алдан мәктәп етәкселеге менән һөйләшеп,  проблемалар менән ҡыҙыҡһынды, ниндәй бүләктең айырыуса кәрәклеген белеште.

Урал Рауил улы  Нәбиуллин  да матди өлөш индереп кенә ҡалманы, ә подрядсылар эшен дә оҫта ойошторҙо. Ә улар, үҙ сиратында, эште көлөп торорлоҡ сифатлы итеп башҡарҙылар.

Шулай уҡ уҡ эшкә Нәзир Мөнир улы Ғайсин  да аҡсалата ярҙам күрһәтте. Әлбиттә, мәктәп коллективы ла ситтә ҡалманы.

«Беҙ проблемаларыбыҙға битараф булмаған  сығарылыш уҡыусыларыбыҙға сикһеҙ рәхмәтле. Уларҙың ярҙамы –  мәрхәмәтлекте үҫтереүгә баһалап бөтөргөһөҙ өлөш һәм, әлбиттә, мәктәпкә һиҙелерлек ярҙам», – ти мәктәп директоры Игорь Владимирович Борисов.

Зәйфә Сәлихова

Атайсал. Яңы уҡыу йылын – яңы күтәрмә менән!
Атайсал. Яңы уҡыу йылын – яңы күтәрмә менән!
Автор:
Читайте нас: