Бөтә яңылыҡтар
Дини байрамдар
29 Апрель 2022, 13:00

Рамаҙан айындағы түләүҙәр күләме билдәләнде

Башҡортостанда Рамаҙан айындағы түләүҙәр күләме (фытыр һәм зәҡәт нисәбе) билдәләнде.

Рамаҙан айындағы түләүҙәр күләме билдәләнде
Рамаҙан айындағы түләүҙәр күләме билдәләнде

Республика мосолмандарының Диниә назараты хәбәр итеүенсә, 2022 йылда фытыр саҙаҡаһы түләү өсөн нисәб 58 000 һум (көмөш буйынса) тәшкил итә.

Түләүсенең финанс хәленә ҡарап, зәҡәттең минималь күләме ғаиләнең һәр ағзаһынан 150 һум була.

Фытыр саҙаҡаһын Рамаҙандың тәүге көнөнән алып ғәйет намаҙына тиклем таратырға мөмкин. Байрам намаҙына тиклем түләнгән фытыр зәҡәт була, ә унан һуңғыһы хәйер тип кенә иҫәпләнә.

Һаулығы буйынса ураҙа тота алмағандар фидиә саҙаҡаһы бирергә тейеш. Уның күләме Рамаҙан айының һәр көнө өсөн 250 һум күләмендә билдәләнә.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында белдереүҙәренсә, быйыл Рамаҙан айы 1 апрелдә башланды, ул 1 майҙа тамамлана. Ошо изге айҙа хаҡ мосолмандар көнө буйына, ҡояш байығансы, ашау-эсеүҙән тыйылып тора. Ураҙа тамамланғандан һуң икенсе көнгә — быйыл 2 майҙа — диндарҙар Ураҙа ғәйетен ҡаршылай.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: