Бөтә яңылыҡтар
Дини байрамдар
20 Июнь 2022, 17:00

Ҡорбан байрамы өсөн рөхсәтһеҙ мал индереү сикләнә

Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, 9 июлдән 11-нә тиклем имен булмаған субъекттарҙан һәм илдәрҙән рөхсәтһеҙ малдар индереү хәүефе арта.

Ҡорбан байрамы өсөн рөхсәтһеҙ мал индереү сикләнә
Ҡорбан байрамы өсөн рөхсәтһеҙ мал индереү сикләнә

«Был саралар бешмә, бруцеллез һәм башҡа айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн кәрәк. Карантин сараларын үткән хайуандарҙы ғына индерергә рөхсәт ителә», – тип билдәләне Азат Йыһаншин.

Республиканың баш ветеринары һүҙҙәренсә, ҡорбан салыу Башҡортостан ветеринария хеҙмәте контролендәге махсус бүленгән майҙансыҡтарҙа ойошторола.

«Башҡортостандың барлыҡ муниципалитет һәм район башлыҡтарын беҙгә ярҙам күрһәтергә саҡырам, сөнки агросәнәғәт комплексы предприятиеларының ғына түгел, тотош республика халҡының именлеге лә шуға бәйле», – тип өҫтәне Азат Йыһаншин.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас: