Бөтә яңылыҡтар
Дини байрамдар
25 Июнь 2022, 13:00

Хажға барыусыларҙың тәүге төркөмө сәфәргә сыға

Бөгөн хаж ҡылырға йыйыныусыларҙың тәүге төркөмө Мәккәгә юллана.

Хажға барыусыларҙың тәүге төркөмө сәфәргә сыға
Хажға барыусыларҙың тәүге төркөмө сәфәргә сыға

Мосолмандарҙың Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, бынан тыш улар тағы  27, 29 июндә осалар, 12 июлдә әйләнеп ҡайталар. Төркөмдәрҙе табиптар оҙатып бара: ике ир кеше һәм бер ҡатын-ҡыҙ. Төркөмдөң бер өлөшө Сәғүд Ғәрәбстанына тура рейс менән китә, икенсе өлөшө Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә оса. Унан автобустарҙа тейешле ергә юллана.

Әйтергә кәрәк, быйыл хажға барыу өсөн юлланма хаҡы артҡан: 4 500 долларҙан башлана.

Автор:
Читайте нас: