Бөтә яңылыҡтар
Дини байрамдар
20 Апрель 2023, 15:00

Байрам рухы, нуры һәр ҡайһыбыҙға барып ирешһен!

Шулай итеп, изге Рамаҙан айы ла уҙып китте, иртәгә бөтөн мосолман донъяһы, шул иҫәптән Бәләбәй ҡалаһы һәм районы мосолмандары ла, өс көн дауам итәсәк нурлы Ураҙа байрамын билдәләй.

Байрам рухы, нуры һәр ҡайһыбыҙға барып ирешһен!
Байрам рухы, нуры һәр ҡайһыбыҙға барып ирешһен!

Дин ҡәрҙәштәребеҙ иртәнән үк байрамса кейенеп, мәсеттәргә ғәйет намаҙына ашығасаҡ. Һәр йылдағыса, байрам намаҙынан һуң мәсеттәрҙә, шулай уҡ ғаиләләрҙә байрам өҫтәлдәре әҙерләнә, ҡоймаҡ, таба аштары бешерелә. Бер-беребеҙҙе тәбрик итеү, туғандар, дуҫ-иштәр менән күрешеү, ҡарттар, ауырыу кешеләрҙең хәлен белешеү – былар барыһы ла байрам көндәренең изге эш-ғәмәлдәре.
Ә был изге айҙы ҡала һәм район мосолмандары – ураҙа тотоусылар нисек уҙғарҙы һуң? Иртәгә байрамды нисек үткәрергә йыйыналар? Был хаҡта Бәләбәй ҡалаһының тарихи мәсете имам-хәтибе Илдар хәҙрәт Ғәлиевтән ҡыҙыҡһындым.
– Аллаға шөкөр, изге Рамаҙан айы күңелле лә, шул уҡ ваҡытта файҙалы ла үтте, – тип башланы ул һүҙен. – Шатлыҡлы хәл, ураҙа тотоусылар йылдан-йыл күбәйә, өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә, хатта балалар араһында ла ураҙа тотоусылар булды. Йылдар буйы ураҙа тотҡандар булған кеүек, беренсе йыл ураҙаға кереүселәр ҙә бар.
Был айҙа һәр бер мосолман игелекле ғәмәлдәр ҡылырға тейеш, сөнки Аллаһы Тәғәлә рамаҙан айында үҙенең рәхмәт ишектәрен аса. Шуға күрә лә мосолмандар күберәк изгелек ҡылып ҡалырға тырыша. Шундай күркәм эштәрҙең береһе – ифтар. Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в.с.): “Әгәр ҙә берәү рамаҙан айында дин ҡәрҙәшен ифтар мәжлесенә саҡырһа, ул ошо ҡәрҙәшенең сауабын үҙенә аласаҡ. Ләкин шул уҡ ваҡытта дин ҡәрҙәшенең дә сауабы кәмемәйәсәк”, – тигән. Ни ҡәҙәр күберәк кешене саҡырһаң, шул ҡәҙәр кешенең сауабын үҙеңә аласаҡһың, тигән һүҙ. Шундай әжерҙәр, фазиләттәр бар әлеге хикмәтле айҙа.
Һәм беҙҙең мәсетебеҙҙә кис һайын тиерлек ифтарҙар ҙурлап уҙғарылды, уларға кешеләр күпләп йыйылды. Һис ауыҙ асыу менән генә сикләнмәнек, һәр йылдағыса, Ҡөрьәнде тулыһынса уҡыуҙы ойошторҙоҡ, вәғәздәр һөйләп, динебеҙҙең матурлығын, гүзәллеген күрһәтергә тырыштыҡ.
Ай дәүерендә моңло аҙан тауышы яңғырап торҙо, уҡыуҙар дауам итте, мәсет, мәҙрәсә биләмәләрен, эстәрен таҙартыу өмәләре ойошторҙоҡ.
Май айында Аксаковта ныҡлап мәсет төҙөү эше башлана. Шуға күрә материалдар һатып алдыҡ, бының өсөн бик күптәр аҡсалата ярҙам күрһәттеләр. Бәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: “Ҡош ояһы ҡәҙәр генә мәсет төҙөүҙә ҡатнашҡан кешегә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә ҙур йорттар бирер”, – тигән, шуға күрә мәсет төҙөү кеүек изге эштә ярҙам итергә ынтылайыҡ, ҡатнашырға ашығайыҡ, туғандар. Телеграм-каналда “Строительство мечети” тигән төркөм астыҡ, был төркөм Аксаковтағы мәсет төҙөлешө барышын, мөмкинлектәренән сығып финанс ярҙамы күрһәтеүселәр менән таныштырып торасаҡ.
Оло байрамды һәр яҡтан әҙерләнеп, имандарыбыҙҙы нығытып, шундай изге эш-ғәмәлдәр башҡарып ҡаршылайбыҙ. Ғәйет намаҙы иртәнге сәғәт 7-лә  башлана, барса мосолман ир-аттарының килеүе, ҡатнашыуы – вәжиб (значит, обязательно), ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың өйҙә таба еҫе сығарыуы, тәмле ризыҡтар бешереп яҡындарын һыйлауы күркәм ғәмәл.
Мин барса мосолман ҡәрҙрәштәребеҙҙе олуғ байрам менән ҡотлайым, сәләмәтлек, татыулыҡ, именлек, илдәребеҙгә тыныслыҡ теләйем. Был донъяла йәшәүебеҙҙең маҡсаты – йөрәгебеҙҙе таҙалыҡта, паклыҡта тотоу. Таҙа йөрәк менән нисек яҡты донъяға килдек, шулай уҡ әхирәткә күскәндә лә, Аллаһы Тәғәлә ҡаршына баҫҡанда, пак йөрәк менән баҫайыҡ!
– Илдар хәҙрәт, ураҙа тотоуы ҡыйын булманымы?
– Һис юҡ, ата-бабаларыбыҙ,өләсәйҙәр бөтөн эштәр ҡул менән башҡарылған ауыр замандарҙа ла эҫе оҙон йәй көндәрендә ураҙа тотҡандар. Әле апрель айында көн дә һыу буйы һымаҡ оҙон түгел, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ юҡ, бары тик бер Аллаһ ризалығы өсөн тип ниәт итергә генә кәрәк. Мин инде күптәндән, бәләкәйҙән үк ураҙа тотам. Хәләр ефетем дә, балаларым да ураҙала булдылар.
Рамаҙан айынан һуң да күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлайыҡ. Донъялар тыныс, байрам мөбәрәк булһын! Амин.
Зәйфә Сәлихова.

Байрам рухы, нуры һәр ҡайһыбыҙға барып ирешһен!
Байрам рухы, нуры һәр ҡайһыбыҙға барып ирешһен!
Байрам рухы, нуры һәр ҡайһыбыҙға барып ирешһен!
Автор:
Читайте нас: