+12 °С
Облачно


«Беҙҙә 28 июндә изге байрам – Ҡорбан ғәйете. Белеүемсә, ветеринария идаралығы ҡорбанлыҡ малды салыу өсөн махсус урындар әҙерләгән. Яуаплыларҙы ошо яҡты байрамды ойоштороуға етди ҡарауығыҙҙы һорайым», – тип билдәләне республика башлығы.
Радий Хәбиров, был көндө эше тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, байрам намаҙында ҡатнашырға йыйыныуын әйтте.