Бөтә яңылыҡтар
Дини байрамдар
3 Июль 2023, 17:00

Хәмзә хәҙрәт: «Яугирҙәргә өс көн ҡорбан ашы ашаттыҡ»

Итте өс өлөшкә бүлеп, башҡа роталарға һәм урындағы халыҡҡа ла тараталар. 

Хәмзә хәҙрәт: «Яугирҙәргә өс көн ҡорбан ашы ашаттыҡ»
Хәмзә хәҙрәт: «Яугирҙәргә өс көн ҡорбан ашы ашаттыҡ»

Беҙҙең һалдаттарҙың ғәскәри имам-ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға Ҡорбан байрамы ойоштороу өсөн  һарыҡтар менән ярҙам итеүҙе һорағайны. Дин әһеле Тәлғәт Тажетдин ошо маҡсатта алғы һыҙыҡҡа 15 баш мал ебәрҙе.

Яугирҙәребеҙ ҡорбан ашы әҙерләп байрамды билдәләгәндәрен яҙғайныҡ. Әле Хәмзә хәҙрәт үҙе лә башҡарылған эште йомғаҡлап, «28 июндә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда ҡорбан салдыҡ, итте өс өлөшкә бүлеп, башҡа роталарға һәм урындағы халыҡҡа ла тараттыҡ. 29 июндә Александр Достовалов исемендәге батальонда ҡорбан ашы ашаныҡ. Ә байрамдың өсөнсө көнөндә үҙемдең ғаилә исеменән ҡорбан салдым», тип яҙҙы.

Салған ҡорбандарыбыҙ, теләгән изге теләктәребеҙ ҡабул булһын!

Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите

Автор:
Читайте нас: