

Тәүбә һәм һорау доғаһы:
"Аллаһүммәғфир ли, үәрхәмни, үтжбүрнии, үәһдини, үә ғаафини, үәрзүҡни.
Мәғәнәһе:
“Йә, Раббым! Мине ярлыҡа, рәхмәт ит, етмәгәндәрҙе тулыландыр, тура юлға күндер, һаулыҡ бир һәм ризыҡ менән нығыт.”
"Лә иләәһә илләллаһу уәхдәһү лә шәрикә ләһ, ләһул-мүлку үә ләһул-хәмду, үә һүә ғәлә күлли шәй’ин ҡәдир", – тигән зикерҙе Ғәрәфә көнөндә пәйғәмбәрҙәр ҙә иң күп ҡабатлаған. Уны мөмкин тиклем күберәк — 100, 1000 йәки унан да күберәк уҡығыҙ.
Халҡыбыҙҙа был көн ҙурлап байрам итеп билдәләнгән. Әрәпә көнө иртә менән тороп ғөсөл ҡойонғандар, йәмәғәт намаҙҙары уҡығандар, яңы йәки таҙа кейемдәр кейгәндәр, балаларға күстәнәстәр биргәндәр, яңы кейем алып бирергә тырышҡандар, тәмле-татлы бешереп таратҡандар. Теләгәндәр был көндә ураҙа тотҡан.
Ғәрәфә көнөндә изгелектәр ишектәре асыла, доғалар күккә күтәрелә, Раббыбыҙҙың рәхмәте яуа.
Сығанаҡ: https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-06-05/b-g-n-r-f-k-n-4265080