Дини байрамдар
27 Июня 2025, 05:00

Өмә яһағандар

Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылы халҡы һижри – ислам ай календары буйынса яңы 1447 йылды изге эштәр менән ҡаршы алды.

Өмә яһағандарӨмә яһағандар
Өмә яһағандар

Изге Мөхәррәм айы башланыр алдынан улар ҙур майҙанды биләгән мәсет биләмәһендә үлән сапҡан.

Хоҙай йортонда таҙалыҡ һәм тәртип һаҡлау буйынса өмәләрҙә төрлө  йәштәгеләр ҡатнаша.

Мессенджерҙа ауыл чаты булыуы арҡаһында урындағы халыҡ тораҡ пункт тормошондағы бөтә ваҡиғалар тураһында белә. Был халыҡҡа өмәләр, шулай уҡ башҡа йәмәғәт саралары тураһында хәбәр итеүҙе еңеләйтә.

Зәйфә Сәлиховә.

Фәүзил Маннанов фотолары

 

Өмә яһағандар
Өмә яһағандар
Өмә яһағандар
Өмә яһағандар
Автор:
Читайте нас