27 май - Ҡорбан байрамы

Хөрмәтле Бәләбәй районы мосолмандары! Мосолмандарҙың иң мөһим һәм мөбәрәк  байрамдарының береһе – Ҡорбан байрамы айҡанлы ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Изгелек, шәфҡәтлелек һәм дингә тигеҙ ҡараш - был изге байрамдың нигеҙе.

27 май - Ҡорбан байрамы27 май - Ҡорбан байрамы
27 май - Ҡорбан байрамы

Был ҡиммәттәр дин тотоусы кешеләргә һәр ваҡыт яҡындарына ҡарата изге эштәр ҡылырға, башҡа конфессия вәкилдәре менән дуҫтарса аралашырға ярҙам иткән. Был күп милләтле районыбыҙ өсөн һәр ваҡыт ҙур ҡиммәт булды, бар һәм буласаҡ.

Изге байрам һеҙгә яңы көс һәм дәрт бирһен, шатлыҡ, мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыу килтерһен. Ысын күңелдән күңел тыныслығы, йортоғоҙҙа йылылыҡ һәм именлек, эргәләрегеҙҙә ихлас һәм изге күңелле кешеләр булыуын теләйем.

Азат Сәхәбиев, БР Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте башлығы

Автор:
Читайте нас