

Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары!
Исламда иң хөрмәтле байрамдарҙың береһе булған Ҡорбан байрамы айҡанлы ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!
Тормош нисек кенә үҙгәрмәһен, беҙҙең өсөн традицион ҡиммәттәр мәңгелек булып ҡала. Беҙ ата-бабаларыбыҙ әйтеп ҡалдырғанса эш итәбеҙ – туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ, мохтаждарға ярҙамға киләбеҙ, Ватан һағына баҫабыҙ.
Башҡортостандың мосолман өммәте һәр заманда ла дини белем биреүҙе үҫтереүгә, республика халыҡтары араһында үҙ-ара ихтирамды һәм йылы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға әүҙем өлөш индерә. Дин әһелдәренең нәсихәттәре беҙгә һынауҙарҙы еңеп сығыуҙа рухи көс бирә.
Ошо изге көндәрҙә туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың, яугирҙарыбыҙҙың һаулығы, республикабыҙҙың һәм дөйөм йортобоҙ Рәсәйҙең именлеге һәм сәскә атыуы өсөн Аллаһы тәғәләгә доғалар менән мөрәжәғәт итәбеҙ.
Башҡортостандың мосолман общиналарына йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары һәм йәштәрҙе тәрбиәләгәне, махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына рухи һәм гуманитар ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм.
Ғаиләләрегеҙҙә мөхәббәт һәм татыулыҡ хөкөм итһен, ә йорттарыбыҙҙа балалар көлөүе яңғыраһын! Ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелектәр теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров