

Республика етәксеһе мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, коллектив намаҙҙа ҡатнашты һәм диндарҙар менән аралашты.
Радий Хәбиров сығышының стенограммаһы:
Хөрмәтле Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин! Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!
Изге Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым. Был көндә беҙ Аллаһы тәғәләгә ғаиләләребеҙҙең һәм туғандарыбыҙҙың именлеге хаҡындағы доғалар менән мөрәжәғәт итәбеҙ, яҡындарыбыҙға булышабыҙ.
Ил өсөн еңел булмаған был осорҙа доғаларыбыҙ яугирҙарға, уларҙың өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына бағышлана. Һәм, әлбиттә, беҙ уларға һәр ваҡыт ярҙам итәсәкбеҙ.
Республикабыҙ тормошонда, уның күп һанлы милләттәренең үҙ-ара татыулығында рухи лидерҙарыбыҙ ҙур роль уйнай. Һәм иң элек, әлбиттә, республиканың ижтимағи-сәйәси, рухи тормошонда ҡәҙерле һәм хөрмәтле Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәттең сикһеҙ ҙур ролен баһаламау һәм билдәләмәү мөмкин түгел. Шуға күрә, әлбиттә, Хоҙайҙан һеҙгә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер һорайбыҙ.
Барығыҙға ла именлек һәм татыулыҡ теләйем. Өйҙәребеҙҙә тыныслыҡ хөкөм итһен, илебеҙ тыныс булһын. Байрам менән!