

Райондың имам-мөхтәсибе Илдар Ғәлиевтың алдан хәбәр итеүе буйынса, иртәнге сәғәт 7-нән үк ир-ат – йәше-ҡарты – ыҫпай кейенеп, ҡалала ла, ауылдарҙа ла ғәйет намаҙына ашыҡты. Байрамдың төп сараһы ойошторолған тарихи мәсеттә ғәйет намаҙынан һуң Илдар хәҙрәт дин ҡәрҙәштәр диҡҡәт менән тыңлаған Ҡорбан байрамы, уның тарихы һ.б. тураһында тәрән эстәлекле вәғәз менән сыҡты.
Бер аҙҙан төп сара – бер Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан салыу башланды. Байтаҡ йылдар инде ҡорбанға һарыҡтарҙы Надеждин ауылынан эшмәкәр Әбделмалиҡ Мәжитов әҙерләй. Быйыл да малдар мәсет ихатаһына килтерелгән, һәр кем һарыҡты үҙе һайлап ала. Бында барлыҡ санитар нормалар теүәл үтәлеп, әлеге мәшәҡәтле эш көйлө бара.
– Әлеге ваҡытта байрам саралары Мәтәүбаш, Туҙлыҡыуыш, Баймырҙа, Аксаков ауылының төҙөлөп бөтмәгән мәсеттәрендә бара, ауылдаштарын һыйлау өсөн ҡорбандар салына, ҡайҙалыр ҡорбан итенән – аш, ҡайҙалыр былау бешә, – тип һөйләне Илдар хәҙрәт.
Изге байрам һәр ерҙә ойошҡанлыҡ менән үтте. Байрамдың аяҙ, ҡояшлы көнгә тура килеүе лә күркәмлек өҫтәне.
Ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын! Күп милләтле илебеҙ халҡына именлек, тыныслыҡ, татыулыҡ юлдаш булһын!
Автор фотолары