Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Апрель 2022, 12:00

Ковидтың яңы тулҡыны көтөлә

Вирусологтар фаразлауынса, май уртаһында коронавирустың сираттағы тулҡыны («стелс-омикрон») башланыуы ихтимал.

Ковидтың яңы тулҡыны көтөлә
Ковидтың яңы тулҡыны көтөлә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта министр урынбаҫары Ирина Кононова ошо хаҡта белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республикала коронавирусты иҫкәртеү буйынса эш алып барыла, ләкин яңыраҡ ғәмәлдән сығарылған сикләүҙәрҙең ҡабаттан индерелеүе мөмкин (социаль арауыҡты һаҡлау, битлек кейеү).

«Яңы тулҡын еңелерәк үтер тип уйлайбыҙ, сөнки ҡояш әүҙем, ҡала ситендәге участкаларҙа ҡыҙыу эш осоро», – тип билдәләне Кононова. Республикала тейешле дарыуҙар запасы, яңы инфекция госпиталдәре бар, тине ул. Ирина Кононова республикала йәшәүселәргә ҡала ситендә геморрагик биҙгәктән, талпан энцефалитынан һаҡланырға кәңәш бирҙе.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: