Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Апрель 2022, 17:00

Дауахана яңы машиналы булды

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Бәләбәй үҙәк дауаханаһына ике «Лада Ларгус» автомобиле ҡайтарылды.

Дауахана яңы машиналы булды
Дауахана яңы машиналы булды

Уларҙы һатып алыу өсөн аҡса республика бюджетынан бүленгән.

Дауахананың автотранспорт хужалығы начальнигы Рәмил Ниғмәтйәнов һөйләй:

– Был машиналарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре саҡырыуҙарға йөрөйәсәк, шулай уҡ табип күрһәтмәһе буйынса сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле пациенттарҙы дауалау учреждениеһына килтерәсәктәр. Яңы машиналар инвалидтар арбаларын йөрөтөү өсөн махсус йыһазландырылған.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: